Сәләмәт булайыҡ
3 Июль 2021, 07:30

Сибайҙа - онкологик ярҙам үҙәге

Республиканың көньяҡ-көнсығышында яңы асылған үҙәк ниндәй киң функциялар башҡарасаҡ?

Сибай үҙәк дауахананаһында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш программаһына ярашлы амбулатор онкологик ярҙам үҙәге эшләй башланы.
Уның төп функциялары:
- онкология сирҙәрен диагностикалау,
- дауалауҙың лаборатор һәм инструменталь алымдарын ҡулланғандан һуң үткәргән медицина ярҙамының һөҙөмтәлелеген баһалау,
- юғары токсинлы дауалауҙан һуң барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәрҙән терапия уҙғарыу,
- паллиатив ярҙам күрһәтеү, шул иҫәптән һыҙланыуҙарға ҡаршы терапия билдәләү,
- консультатив һәм методик ярҙам күрһәтеү, симптоматик дауалауҙы контролдә тотоу,
- сирлеләрҙе диспансер күҙәтеү,
- халыҡтың санитар-гигиена белемен арттырыу,
- онкологик сир диагнозы ҡуйылғандан һуң бер йыл эсендә үлем осраҡтарын асыҡлау.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән вафат булыу осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы сайты.
Читайте нас