Сәләмәт булайыҡ
3 Июль 2021, 14:15

Тағы дүрт пациент вафат булған

Әле станционарҙарҙа - 496, амбулатор шарттарҙа 1 562 ауырыу дауалана.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә Ковид-19 инфекцияһын йоҡторғандар һаны 159-ға етеп, бөтәһе 41 824 кеше тәшкил итте. Тәүлек эсендә бөтәһе дүрт пациент вафат булған.
Әле станционарҙарҙа - 496, амбулатор шарттарҙа 1 562 ауырыу дауалана. Республика буйынса бөтәһе 41 824 кешегә - коронавирус, ә 119 сирлегә пневмония диагнозы ҡуйылған. Пандемия башланғандан алып 608 кеше вафат булған.
Республикала 572,3 мең кеше прививканың тәүге компонентын һалдырған, 377,5 меңдән күбеһе тулы вакцина алған. Дөйөм иммунитетты булдырыу өсөн әле төбәк халҡының 1,9 млн кешеһе привика ҡаҙатырға тейеш.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Сирҙең ҡотолоу юлы - тик вакцина икәнлеген онотмағыҙ, сәләмәт булығыҙ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас