Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән ауырығандар һаны арта. Оператив штаб биргән һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә 166 кеше сирҙе йоҡторған. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала 41 990 кеше инфекцияны кисергән.
Һуңғы тәүлектә 46 ауырыу шәбәйгән. Һауыҡҡандарҙың дөйөм иҫәбе - 39 204.
Илдә вирусҡа ҡаршы вакцина эшләү әүҙем бара. Мәҫәлән, Мәскәү халҡының 2,7 миллионы коронавирусҡа ҡаршы тәүге прививканы яһатҡан. Көн һайын баш ҡалала 60-70 мең кеше вакциянацияға килә, тип хәбәр иткән мэр Сергей Собянин.
“Был һанды арттырыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Баш ҡалалағы сит ил граждандары ла прививка яһатасаҡ. Улар өсөн вакцина ҡаҙатыу пункттары артасаҡ, улар көнөнә 20 мең кешене ҡабул итә аласаҡ”, - тигән Сергей Собянин.
Мэр билдәләүенсә, медицина хеҙмәткәрҙәре алғы һыҙыҡта һәм бар тырышлығын һалып эшләй. Уның фаразлауынса, киләһе аҙна аҙағына прививка яһатҡан мәскәүҙәр һаны өс миллионға етәсәк.