Сәләмәт булайыҡ
5 Июль 2021, 12:00

Биш пациенттың ғүмере өҙөлдө...

Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ниндәй мәғлүмәттәр бирҙе?

Республикала коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы тәүлектә йәнә 178 кешенең сирләүе асыҡланған. Пандемия осоронда вирусты йоҡторғандарҙың һаны 42 168-гә етте.
Һуңғы тәүлектә 24 ауырыу һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, биш пациент вафат булған. Вирус ҡорбандары барыһы бергә 620 кеше тәшкил итә. Әлеге көндә 469 ауырыу стационарҙарҙа, 1851 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. 29 пациент ауыр хәлдә, дүртеһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.
Рәсәй буйынса хәл дә көсөргәнешле. Һуңғы тәүлектә 24 353 ауырыуҙа коронавирус инфекцияһы раҫланды. 654 ауырыуҙың вафат булғаны билдәле.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас