Сәләмәт булайыҡ
6 Июль 2021, 16:00

“Апайымды ҡотҡарып булыр ине…”

Үкенәм... “Бер аҙ сирләп торам” тип тәүге зарланған көнөндә үк үҙем эшләгән дауаханаға килтереп тикшерткән булһамсы...

Медицина тармағында эшләгән Дилә исемле ханымдың да коронавирусҡа бәйле үкенесле миҫалы бар. Ул пандемия башланғандың тәүге көнөнән алып баш ҡаланың иң ҙур учреждениеларының береһендә эшләгән, “ҡыҙыл зона”ла ла булырға тура килгән.
“Был коронавирус тигән зәхмәткә медицина хеҙмәткәрҙәре икенсерәк күҙлектән бағалыр: яуаплы һөнәрҙе юҡҡа һайламағанбыҙ бит. Шуға баштан уҡ ҡурҡыу йәки шикләнеү булманы, меңдәрсә табип, шәфҡәт туташтары кешеләрҙең именлеге өсөн алғы һыҙыҡҡа баҫты. Инфекцияларға килгәндә, ошо йылдар эсендә уларҙың да төрлөһөн күрҙек, дауаланыҡ, ярҙам күрһәттек. Йәшерен-батырыны юҡ: үҙебеҙ ҙә сирләнек. Шуға ла беҙҙең дауаханала ковид-госпиталь ойошторасаҡтар тигәс, барлыҡ хеҙмәттәштәр ҙә был хәбәрҙе тыныс ҡабул итте.
Коронавирустың бик ҡурҡыныс икәнлеген күреп-белеп торһам да, “был бәлә беҙҙе урап үтер” тигән ышаныс булдымы, әллә сир сығанағы уртаһында ҡайнағас, бер аҙ уяулыҡты юғалтыммы: апайым “бер аҙ сирләп торам” тип шылтыратҡас, ковидтыр тип башыма ла килмәне.
Хәйер, килһә лә, ул үҙен яҡшы тоя ине: көн дә шылтыратышып, хәл белешеп торҙоҡ. “Бер аҙ тамағым ауыртып тора, хәлем юҡ. Ейәндәрҙе ҡарашам бит, үҙең аңлап тораһың, балалар ҙа арыталыр, бәлки”, – тине апайым, хәлен тасуирлап. Әммә ике көн дә үтмәне, уның балалары миңә борсолоп шылтырата: апайымдың хәле кинәт насарайған, температураһы күтәрелгән, “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡандар, инфекциялы госпиталгә алып киткәндәр…
Артабан хәлдәрҙең ағышы кинәт ҙур тиҙлек алды, апайым, үҙенсә хас сабырлыҡ менән, “барыһы ла яҡшы булыр” тип ышандырырға тырышһа ла, дауалауға ҡарамаҫтан, хәле насарайғандан-насарая барҙы. Аҙна аҙағына фажиғәле хәбәр еткерҙеләр: йүгереп кенә йөрөгән апаҡайымдың ғүмере шулай бер нисә көн эсендә һүнде лә ҡуйҙы…
Сынъяһау донъяһы, яратҡан балалары, тиҫтәләрсә матур хыялдары етемһерәп торҙо ла ҡалды…
Үкенәм... “Бер аҙ сирләп торам” тип тәүге зарланған көнөндә үк үҙем эшләгән дауаханаға килтереп тикшерткән булһамсы, тиҙерәк дауалана башла тип нығыраҡ талап итһәмсе, башта уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡырт тип әйтһәмсе һәм башҡалар…
Әммә яҙмыштан уҙмыш юҡ шул. Быйыл иһә кешеләрҙең үлемесле сирҙән ҡотолоу мөмкинлеге барлыҡҡа килде, ул да булһа - коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу. Йәл, былтыр пандемия ҡоторған ваҡытта вакцина юҡ ине. Апайым уны яһатһа, бәлки бындай хәлгә тарымаған да булыр инек”, – тип бәйән итте Дилә ханым.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: коронавирус – үтә хәүефле вирус! Ул тиҙ үҫешә, һаулыҡ һәм ғүмер өсөн хәүефле булған ҡатмарлы пневмонияға алып килеүе ихтимал.
Ауырыу бил­дәләрен тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Ковид аяуһыҙ – уны ваҡытында һәм дөрөҫ дауаламау һаулыҡ­ҡа ифрат ҙур зыян килтереүе, хатта үлемесле осраҡҡа еткереүе ихтимал.

Дөйөм алғанда, сир кинәт кенә аяҡтан йыҡмаһын өсөн, сәләмәт тормош рәүеше алып барығыҙ, яҡшы туҡланығыҙ, иң мөһиме - прививка яһатырға онотмағыҙ!
Фото: saratov24.tv
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас