Сәләмәт булайыҡ
6 Июль 2021, 10:00

Омбудсмен госпиталдә дауалана

Татьяна Москалькова коронавирус менән сирләгән.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙең кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле Татьяна Москалькова коронавирус менән сирләгән. Бөгөн омбудсмен госпиталдә дауалана.
– Татьяна Николаевнаның хәле яҡшырыуға табан бара, борсолорға бер ниндәй ҙә урын юҡ, – тип һөйләй табиптар.
Белеүебеҙсә, Татьяна Николаевна РФ Дәүләт Думаһында депутат булды. Уның һәр саҡ халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүен барыһы ла хәтерләй. Ә 2016 йылдан ул Рәсәйҙең кеше хоҡуҡтары буйынса вәкиле вазифаһын башҡара. Татьяна Москалькова тыумышы менән Беларусь Республикаһының Витебск ҡалаһынан.
Фото: igpran.ru
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас