Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә коронавирус инфекцияһы таралыуҙы булдырмау буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышын уҙғарҙы.
– Федераль оперштаб, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдең барлыҡ төбәктәрендә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла, COVID-19 менән сирләүселәрҙең һәм вафат булғандарҙың артыуын теркәй. Инфекциялы койка фонды әкренләп тула бара, ихтыяжға ҡарап, яңы урындар булдырабыҙ. Былтыр сирләүҙең иң юғары осоронда республикала 6 800 инфекциялы койка-урын булһа, әле был һан 2 715-кә тиң, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.
– Ҡабатлап әйтәм, пандемиянан минималь көсөргәнеш менән сығыуҙың иң оптималь варианты булып вакцинациялау тора. Ул беҙҙә ирекле. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр яҡшы өлгө күрһәтә – министрлыҡтар һәм ведомстволар хеҙмәткәрҙәренең 60-тан 85 процентына тиклеме прививка яһатҡан, – тине Радий Хәбиров.
Максим Забелин әйтеүенсә, республикала вакцинациялау темпы юғары, тәүлегенә 20-25 мең прививка тәшкил итә. Төбәккә "Спутник V”, “ЭпиВакКорона”, “КовиВак” вакциналарының 798 780 дозаһы килтерелгән. Был күләм тағы ла арттырыласаҡ.
Оператив штаб ултырышында ябыҡ биналарҙа күмәк сараларҙы сикләү ҡарар ителде, асыҡ һауала иһә саралар санитар-эпидемиологик талаптар үтәлгәндә генә уҙғарыласаҡ.