Сәләмәт булайыҡ
8 Июль 2021, 11:00

“Беҙ битлек кейеүҙән ҡотолдоҡ”

Өс йыл Израилдә йәшәгән ҡатындың был илдә вакцинацияның нисек үтеүе, халыҡтың уға мөнәсәбәте, битлек кейеүҙән нисек ҡотолоуҙары тураһында һөйләүе һәр кем өсөн фәһемле булыр.

Өс йыл буйы Израилдә йәшәгән ҡатындың был илдә вакцинацияның нисек үтеүе, халыҡтың уға мөнәсәбәте, битлек кейеүҙән нисек ҡотолоуҙары тураһында һөйләүе һәр кем өсөн фәһемле булыр. “Башинформ” агентлығы мәғлүмәттәренә таянып, Өфө ҡалаһы ҡыҙы Алена Кожевникованың Израилдә локдаундарҙы нисек кисереүҙәрен яҙмаҡсыбыҙ.
Яҡташыбыҙ бынан өс йыл элек ире һәм улы менән сит илгә йәшәргә киткән. “Беҙ Хайфа ҡалаһы эргәһендә йәшәйбеҙ, был – Израилдең төньяғында. Тәүҙә вакцинаны табиптар яһатты, аҙаҡ өлкәндәр алды. Яйлап сират 55-35 йәшлектәргә килеп етте. Хәҙер 13 йәштән ҙурыраҡ балаларға ла Pfizer вакцинаһы яһала.
Яңыраҡ Израилдә бөтә сикләүҙәрҙе алдылар, хатта битлек кеймәһәң дә була. Быға коллектив иммунитет сәбәпсе. Вакцина яһатҡан кешеләргә бик рәхмәтлебеҙ. Беҙҙә халыҡ яҡшы ойошҡан, карантиндар ҙа, гел өйҙә ултырған саҡтар ҙа булды. Өйҙән бер километрҙан ары китергә мөмкинлек булманы. Балалар баҡсалары, дөйөм туҡланыу предприятиелары ябылды. Дүрт айға һуҙылды был сикләүҙәр.
Кешеләр ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыу теләге менән янды, шуға күрә прививка яһатырға ашыҡты. Әлбиттә, бында ла вакцина яһатыуға ҡырҡа ҡаршы тороусылар ҙа булманы түгел. Митингылар ойошторҙолар, ”йәшел паспорттар”ға ҡаршы протест белдерҙеләр. Шулай ҙа күпселек вакцина яһатыу яғында булды. Ҡайһы берәүҙәр уны сиратһыҙ ҡаҙатыу өсөн мобиль пункттарҙың эштәре тамамланған ваҡыттарын көтөп алып, ҡалған препаратты ҡаҙатырға ашыҡты. Февраль айында илдә прививкаланған граждандарға өҫтөнлөк биреүсе “йәшел паспорт” индерҙеләр, уларға ресторан, магазин һәм спорт залдарына инеү рөхсәт ителде. Беҙҙә прививка яһатыр алдынан антиесемдәргә тест тапшырмайҙар.
Бөтә йәмәғәт даирәһендә зшләгән һәр кем – балалар баҡсалары, фитнес үҙәктәр, дөйөм туҡланыу хеҙмәткәрҙәре мотлаҡ прививка яһатырға тейеш. Хатта прививка яһатыуҙан баш тартҡандар эштән бушатылғас, судта дәғүәләрен белдереп сығыш яһаны. Суд эш биреүсене яҡланы, сөнки ул граждандар һаулығы өсөн яуап бирә”.
Һуңғы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Израилдә тикшереү үткән 20 мең кешегә вирусты йоҡторған 20 ауырыу тура килә. Сәбәбе – кешеләрҙең сәйәхәт итеүендә һәм уларҙың изоляцияға китмәүендә.
“Иң мөһиме – беҙ хәҙер битлекте систек, шул иҫәптән, магазиндарҙа ла, йәмәғәт транспортында ла кеймәйбеҙ. Бары ҡарттар йорттарында, клиникаларҙың махсус бүлексәләрендә генә уны кейеү талап ителә. Битлекһеҙ йөрөргә лә өйрәнергә кәрәк икән, ҡайһы ваҡыт икеләнеп, салбар кеҫәһенә битлекте һалып алғаныңды үҙең дә һиҙмәй ҡалаһың. Хәҙер ата-әсәләр балаларын вакцинацияға йөрөтә. Ни өсөн илдә халыҡ шул тиклем ойошҡан, бер һүҙле, тигән һорау миндә лә тыуғаны бар. Моғайын, ирҙәрҙең дә, ҡатындарҙың да армияла хеҙмәт итеү факты сәбәпселер. Хәүеф килгәндә, уларҙың баш мейеһе башҡаса эшләй – тиҙ генә йыйына, әйткәнде аныҡ үтәй беләләр. Артабан тыныс йәшәү өсөн бары прививка яһатырға кәрәк,” - тине яҡташыбыҙ Алена.
Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ" агентлығы.
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас