

12 июлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында өҫтәмә вакцинация пункты асыла.
Адресы: Хоҙайбирҙин урамы, 120-се йорт. ”Фабри” сауҙа-күңел асыу бинаһында асылған пунктта һәр кем, сиратта тороп, сәғәт иртәнге 11-ҙән киске 8-гә тиклем коронавирус инфекцияһынан прививка яһата ала.
Республикаға 798 780 доза вакцина килтерелгән. Тәүге компонентын 690 763 кеше алған, 398 921 кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған. Алтмыш йәштән өлкәндәр республикала 803 736 кеше тәшкил итә. Уларҙың 198 217-һе вакцинаның тәүге компонентын яһатҡан (24,6 процент), икенсеһен – 152 479 кеше (18,9 процент).
Республикала барлығы 184 вакцинация пункты эшләй. Әлеге көндә Өфө һәм Стәрлетамаҡта туғыҙ мобиль пункты ҡабул итә: баш ҡалала “Простор”, ”Акварин”, “Мир”, “Мега”, ”Планета”, "Башҡортостан" сауҙа үҙәктәре, "Үҙәк" сауҙа комплексы, “Ҡунаҡһарай” сауҙа йорто һәм Стәрлетамаҡта “СитиМолл” сауҙа үҙәге.
Ҡабул итеү ваҡыты үҙгәрешһеҙ: сәғәт иртәнге 11-ҙән киске 8-гә тиклем, ял һәм байрам көндәрендә - 10.00 - 20.00 сәғәттәрҙә.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.