

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирусҡа бәйле һуңғы мәғлүмәттәрҙе еткерҙе.
Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 195 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған, шуның менән сирлеләрҙең дөйөм һаны 42 936-ға етте. Һауыҡҡандар – 40 190 (һуңғы тәүлектә 183 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 640.
Һуңғы тәүлектә биш үлем осрағы теркәлгән. Республика стационарҙарында – 465 (шул иҫәптән 39 кеше ауыр хәлдә, уларҙың 6-һы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған), амбулатор шарттарҙа 1641 кеше дауалана.
Коронавирус инфекцияһы тарала башлағандан алып республика лабораторияларында 3 323 540 тикшереү үткәрелгән. Һуңғы тәүлектә – 9749. Пневмонияға килгәндә, һуңғы тәүлектә 131 кеше асыҡланған, ошо уҡ диагноз менән 115 кеше дауахананан сығарылған.
Уяулыҡты юғалтмағыҙ - вирустың үтә мәкерле һәм аяуһыҙ икәнлеген иҫтән сығармағыҙ, санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәгеҙ!
Фото: rbk.ru