

Республикабыҙ райондары буйлап сәфәргә сыҡҡан “Сәләмәтлек поездары”ның тәүге эш һөҙөмтәләре билдәле булды.
Акция барышында 39 552 кеше тикшереү үткән. 1 764 граждандың ҡанында глюкоза кимәле юғары булыуы асыҡланған. 4 045 кешелә ҡан баҫымы юғарылығы, 2 823 кешелә тән ауырлығы артыҡлығы, 2 142 кешенең тәмәке тартыуы билдәле булған.
1 326 социаль әһәмиәтле сир, шул иҫәптән 180 кешелә шәкәр диабеты, 27 кешелә туберкулез, 893 кешелә гипертония, бер ауырыуҙа миокард инфаркты табылған. Ауырыу асыҡланған граждандар контролгә алынған, диагнозды раҫлау һәм дауалау өсөн медицина учреждениеларына йүнәлтелгән.
Бригадалар әле график буйынса алты районда эшләй:
– Өфө маршруты Благовещен районында эш башлай (Удельно-Дыуанай ауылында 14-16 июлдә);
– Дыуан маршруты Мәсетле районында эш башлай (Теләш ауылында 12-16 июлдә);
– Нефтекама маршруты Краснокама районында эшен дауам итә (12-13 июлдә Яңы Ҡабанда, 14-16 июлдә Раздолье ауылында);
– Октябрьский маршруты Бәләбәй районында (12-14 июлдә Аксаков ауылында, 15-16 июлдә М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһында);
– Стәрлетамаҡ маршруты Мәләүез районында эшен тамамлай (12-14 июлдә Смаҡай ауылында) һәм Стәрлетамаҡ районында эш башлай (15-16 июлдән Турешлелә);
– Белорет маршруты Бөрйән районында эшләүен дауам итә (12-13 июлдә Ҡотан ауылында, 14-15 июлдә Ғәҙелгәрәйҙә, 16-19 июлдә Әтек ауылында).
Акция барышында 6 163 кеше прививканың тәүге компонентын яһатты, вакцинациялауҙы 2 785 кеше тулыһынса тамамланы.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.