

Эшлекле даирә вәкилдәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа коронавирусҡа ҡаршы өҫтәмә сикләүҙәрҙе һуңғараҡ күсереүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Был халыҡтың ресторан һәм башҡа социаль-көнкүреш учреждениеларына йөрөү тәртибенә ҡағыла. Республика етәксеһе шуға ярашлы запросты “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығына ебәрҙе.
Ведомство етәксеһе Анна Казак Башҡортостан Башлығы исеменә ебәрелгән хатта төбәктә коронавирус менән хәлде анализлап, дөйөм туҡланыу ойошмалары коллективтарында сир усаҡтары теркәлмәүен белдергән. Шуның менән бәйле “Роспотребнадзор” ковидҡа ҡаршы өҫтәмә сикләүҙәр срогын һуңғараҡ күсереүҙе мөмкин тип иҫәпләй. Төп талап – дөйөм туҡланыу ойошмалары тарафынан санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең ҡәтғи үтәлеүе. Ошо хат нигеҙендә Башҡортостан Башлығы коронавирус таралыуы менән бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, вакцинация үтеү тураһында сертификаттың мотлаҡ булыуы, шул иҫәптән тәүге компонентты алыуы, вакцина яһатыуға ҡаршы медицина күрһәтмәһе булыуы йәки ковидҡа ПЦР ысулы менән яһалған лаборатор тикшеренеүҙәрҙең кире һөҙөмтәһе тураһындағы талап 12 июлдән 26 июлгә күсерелә.
Һүҙ бында ябыҡ биналарҙа эшләгән (50 йәки унан ашыуыраҡ урынлы) дөйөм туҡланыу ойошмалары, матурлыҡ салондары, косметика һәм СПА-салондар, массаж салондары, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу ойошмалары, студенттар ятаҡтары, ҡала-ара пассажирҙар ташыу автотранспорты һәм “Орлан” ҡала яны поезы тураһында бара.
Бынан тыш, “Роспотребнадзор” эш биреүселәргә 2021 йылдың 19 июль көнөн хеҙмәт хаҡын һаҡлау юлы менән ял көнө итергә тәҡдим итә. Башҡортостанға сит илдәрҙән килгәндәр, шул иҫәптән транзит менән Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә юл алғандар ПЦР ысулы менән тест һөҙөмтәһен алғансыға ҡәҙәр мотлаҡ изоляция режимын үтәргә тейеш.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.