Сәләмәт булайыҡ
10 Июль 2021, 11:50

Ковид йоҡламай

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы алты кеше...

Ковид йоҡламайКовид йоҡламай
Ковид йоҡламай

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә пандемия башланғандан алып коронавирус менән сирләүселәр һаны 43141 кешегә еткән, һуңғы тәүлектә асыҡланғандарҙың һаны - 205.

Бөгөн стационарҙарҙа 501 ауырыу дауалана, шуның 50-һе ауыр хәлдә, ә 8 кешене үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар. Амбулатор дауалауҙы 1638 пациент ала, тәүлек эсендә 167 кеше һауыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алты кеше үлгән.

Хөрмәтле дуҫтар, үҙебеҙҙе һәм туғандарыбыҙҙы һаҡлайыҡ!

 

Фото: m.123ru.net

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас