Сәләмәт булайыҡ
11 Июль 2021, 08:30

Беҙҙең вакцинаның хәүефһеҙлеген раҫлап

“Спутник V” вакцинаһы 3,5 миллиардтан ашыу халыҡ йәшәгән 67 илдә теркәлгән.

Беҙҙең вакцинаның хәүефһеҙлеген раҫлапБеҙҙең вакцинаның хәүефһеҙлеген раҫлап
Беҙҙең вакцинаның хәүефһеҙлеген раҫлап
Беҙҙең вакцинаның хәүефһеҙлеген раҫлап
Беҙҙең вакцинаның хәүефһеҙлеген раҫлап

Абруйлы Nature ғилми журналы “Спутник V” вакцинаһының хәүефһеҙлеген раҫлаған дәлилдәр килтергән мәҡәлә баҫтырған. Был хаҡта ТАСС хәбәр итә.

Мәҡәлә авторҙары билдәләүенсә, Рәсәй вакцинаһын Көньяҡ Кореяла, Аргентинала, Һиндостанда етештерә башлағандар, башҡа илдәр һатып ала. Мәҫәлән, Венгрияла һәм Иранда беҙҙең вакцина - коронавирус инфекцияһы менән көрәштә төп препараттарҙың береһе. Журнал Гамалея исемендәге үҙәктең апрель айында әҙерләгән матбуғат релизындағы мәғлүмәткә таянып, вакцинацияланған 3,8 миллион кешенең препараттың тәьҫирле булыуын таныуын хәбәр итә. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла шундай уҡ һығымтаға килгән, тип билдәләгән авторҙар. Улар беҙҙең вакцинаны 81 мең кешегә яһатҡан. Тәьҫирлелек һөҙөмтәһе  яҡшы – 97,8 процент.

Аргентинаның Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, бер компонентлы “Спутник Лайт” вакцинаһының бер дозаһы инфекцияның симптоматик тәьҫирен – 78,6, ә дауаханаға һалыу осраҡтарын 87,6 процентҡа кәметә, тип билдәләгәндәр. Тикшереүҙә 60 йәштән 79 йәшкә тиклемге вакцинацияланған 40 387, прививкаланмаған 146 194 кеше ҡатнашҡан.

“Спутник V” вакцинаһы 3,5 миллиардтан ашыу халыҡ йәшәгән 67 илдә теркәлгән. Аргентина, Сербия, Бахрейн, Венгрия, Мексика һәм башҡа дәүләттәр регуляторҙары мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ул - коронавирусҡа ҡаршы иң хәүефһеҙ һәм тәьҫирле вакциналарҙың береһе.

Шуныһын дә әйтәйек, беҙҙең вакцинаны дарыу сараларының Европа агентлығы һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хупларға ашыҡмай әле.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас