

Һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһын йоҡторғандар 208-гә артып, бөтәһе 43 349 тәшкил итте.
Оператив штаб хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә тағы дүрт ауырыу вафат. Вирус ҡорбандары 650-гә етте. Тәүлек эсендә 30 ауырыуҙың һауыҡҡаны билдәле (дөйөм алғанда, бөтәһе 40387 кеше шәбәйҙе).
Рәсәйҙә һуңғы тәүлектә 25 033 кешенең коронавирус инфекцияһын йоҡторғаны асыҡланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер тәүлектә илдә 749 ауырыу ковидтан вафат булған.
Пандемияны “ауыҙлыҡлау”, сирҙең таралыуына сик ҡуйыу өсөн вакцинация темпын арттырыу кәрәк. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлауҙа бары прививка ярҙам итә ала, тип белдерәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Фото: Osnmedia.ru