

Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко Башҡортостанды вакцинация темпы буйынса иң алда барған төбәк тип атаған. Был хаҡта “РИА Новости” агентлығы хәбәр итә.
Михаил Мурашко илдә прививка яһатыу буйынса хәлдең яҡшырыуы менән ҡәнәғәтлеген белдергән, айырыуса Мәскәү ҡалаһында һәм Мәскәү өлкәһендә, Брянск, Липецк, Смоленск, Тверь өлкәләрендә, Краснодар крайында, Адыгеяла вакцинация эшенең яҡшы ойошторолоуын билдәләгән.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ысынлап та, беҙҙә вакцинация темпы әүҙемләшкән. Тәүлегенә уртаса 20 меңдән ашыу кеше прививка яһата. Республикаға яңы коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү маҡсатында 798 780 доза вакцина килтерелде. Уның ике компонентын да 405 651 кеше алған.
Әлегә тиклем прививка яһатырға өлгөрмәгәндәрҙе мобиль пункттарға саҡырабыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәүеф аҫтына ҡуймаҫҡа кәңәш итәбеҙ.
Фото: Med.cap.ru