Сәләмәт булайыҡ
13 Июля 2021, 18:00

Балаларға вакцина яһатыу мотлаҡмы?

Алдағы ике-өс аҙнала сирҙе йоҡтороу кимәле юғары буласаҡ, тип фаразлай эксперт.

Балаларға вакцина  яһатыу мотлаҡмы?Балаларға вакцина  яһатыу мотлаҡмы?
Балаларға вакцина яһатыу мотлаҡмы?

“РБК-Уфа” телеканалында тура эфирҙа барған тапшырыуҙа балаларҙы вакцинациялау мәсьәләһе лә күтәрелде.

Медицина фәндәре докторы Елена Малышева бындай мөһим аҙымға барыр алдынан өҫтәмә тикшеренеүҙәр үткәреү кәрәклеген әйтте. Балалар өсөн вакцина бер ниндәй хәүеф тыуҙырырға тейеш түгел.

“Балалар һирәк ауырый һәм вафат булмай тиерлек. Тимәк, улар өсөн тотош вакцинация үткәреү прививканың бөтөнләй хәүефһеҙлеге иҫбатланғандан һуң ғына мөмкин. Был – принципиаль мәсьәлә”, - тип билдәләне табип.

Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов та республикала бындай эпидемияға ҡаршы саралар планлаштырылмағанын белдерҙе. Эксперт Александр Драган фекеренсә, төбәктә сир кимәле 2,6 тапҡырға артты, ә дауаханаға һалыу осраҡтары 2021 йылдың июнендә күбәйә башланы. Коронавирустың “дельта” штаммы 40-60 процентҡа тиҙерәк тарала. Шуға күрә алдағы ике-өс аҙнала сирҙе йоҡтороу кимәле юғары буласаҡ. Аналитик әйтеүенсә, сир йоҡтороу һәм дауаханаға эләгеүҙәр һаны артыуы сентябрҙә лә һаҡланыуы мөмкин. Был осорҙа күптәр ялдан ҡайта, мәғариф учреждениелары эш башлай, шулай булғас, хәүеф тә арта.

Фото: journalerimea.ru

 

Балаларға вакцина  яһатыу мотлаҡмы?
Балаларға вакцина яһатыу мотлаҡмы?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас