

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә республикала коронавирус инфекцияһын 225 кеше йоҡторған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы алты кешенең ғүмере өҙөлгән.
Вирус ҡорбандары һаны 661-гә етте. Тәүлек эсендә 260 ауырыу һауыҡҡан.
Әле стационарҙарҙа 547 пациент дауалана, 54-е ауыр хәлдә, туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 1 924 ауырыу дауалана. Пневмония осраҡтары ла артҡан – 136 кеше. Тәүлектә һауыҡҡандар – 126. 7 085 тикшеренеү үткәрелгән.
Рәсәй буйынса хәл көсөргәнешле, коронавирустан тәүлек эсендә 780 ауырыуҙың вафат булыуы - бөгөнгө антирекорд. Барығыҙҙы ла вакцинация пункттарына прививка яһатырға саҡырабыҙ. Әлегә унан да тәьҫирлерәк ғәмәл юҡ.
Фото: РБК.ру