

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәк биләмәһендә коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса оператив штабтың ултырышын үткәрҙе.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин республикала коронавирустан вакциналациялауҙың дауам итеүе тураһында һөйләне. Төбәгебеҙ 854 280 доза “Спутник V”, “ЭпиВакКорона” һәм “КовиВак” вакциналарын алған да инде. 13 июлгә мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тәүге компонентты республикала йәшәгән 751 449 кеше, икенсеһен 432 933 кеше яһатҡан.
– Иртәгә республикаға тағы ла 95 мең доза вакцина килтереләсәк, ә аҙна аҙағына саҡлы 144 мең доза алынасаҡ, – тине Игорь Засядкин.
Прививка эшләтеү кампанияһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр әүҙем ҡатнаша. 13 июлгә тәүге компонентты дәүләт хеҙмәткәрҙәренең 68,5 проценты һәм бюджет өлкәһендә эшләгәндәрҙең 66,4 проценты яһатҡайны. Иң юғары күрһәткес – 85 процент – Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә.
– 14 июлдә “Торатау” Конгресс-холында барлыҡ теләгәндәр өсөн Волга буйы федераль округындағы иң ҙур вацинациялау пунктын асасаҡбыҙ, – тине Өфө ҡала хакимиәте башлығы Сергей Греков. – Ул ял һәм байрам көндәрһеҙ иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Унда тәүлегенә 1,5 мең кешегә вакцина яһай алалар.
Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына прививка пункттарында тейешле һандағы вакцина булыуын һәм уға ҡытлыҡ тыумауын ныҡлы контролдә тоторға ҡушты.
Фото: glavarb.ru.