

Гватемалала һәм Никарагуала ярлылар өсөн клиникалар төҙөгән Өфө ҡыҙы Виктория Валикова тураһында күптәр хәбәрҙарҙыр. Белгеслеге буйынса табип-тропиколог коронавирустан вакцина яһатыуҙың мөһимлеген яҡшы аңлай.
Бынан өс ай элек кенә өсөнсө сабыйын тапҡан әсә вакцина яһатыуҙы һуҙмаҫҡа ҡарар итә, сөнки ул йөклөлөктөң аҙаҡҡы айында коронавирус йоҡтора, бәхеткә күрә, сирҙе еңеп сыға.
- Миңә башҡаса ауырырға ярамай: өс балам бар. Ауырып китһәм, бөтәбеҙгә лә ҡыйын буласаҡ. Ирем Эндрю әле АҠШ-та, виза буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеп йөрөй. Ҡасан ҡайтыры билдәһеҙ, - ти Виктория.
Ҡатындың әйтеүенсә, ул вакцинацияны һәйбәт үткәргән, тәүге көндә генә бер аҙ хәлһеҙлек күҙәтелгән.
Һуңғы осорҙа беҙҙә лә вакцина яһатыуҙың әһәмиәтен аңлаусыларҙың, үҙен һәм яҡындарын һаҡлау хаҡына прививка яһатыусыларҙың артыуы күҙәтелә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта әле вакцина яһатыу буйынса туғыҙ мобиль пункт эшләй. Сауҙа-күңел асыу үҙәктәрендә вакцинациялау пункттары 11.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем ҡабул итә. Ял көндәрендә – 10.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем.
Фото: шәхси архивтан.