Сәләмәт булайыҡ
13 Июль 2021, 16:30

Республика энә өҫтөндә

“Вакцинация Хөкүмәткә түгел, ә һәр аныҡ кешегә үлмәҫ өсөн кәрәк”.

Республика энә өҫтөндәРеспублика энә өҫтөндә
Республика энә өҫтөндә

“РБК-ТВ Уфа” эфирында вакцинация буйынса “Республика энә өҫтөндә” тип аталған ғәҙәти булмаған тапшырыу ойошторолдо.

Унда Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов, медицина фәндәре докторҙары Елена Малышева, Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология үҙәге профессоры Анатолий Альштейн, биология фәндәре докторы Сергей Нетесов, асыҡ мәғлүмәттәр аналитигы Александр Драган ҡатнашты.

Евгений Кустовтың әйтеүенсә, республикала койка-урындарҙың 86,4 проценты ауырыуҙар менән тулы. Хәл контролдә булыуына ҡарамаҫтан, көсөргәнешле һәм хәүефле булып ҡала. Медицина фәндәре докторы Елена Малышева коллектив иммунитет өсөн күпме кешенең прививка яһатыу кәрәклеген белдерҙе. “Иммун ҡатламы 70 процент тәшкил итергә тейеш, – тине ул, – был һан үҙ эсенә вакцинацияланғандарҙы, сирҙе үткәргәндәрҙе ала. Беренсе дозаны ғына 70 процент алған илдәрҙә – Израиль һәм АҠШ-та – сирҙең ҡырҡа кәмеүен күрҙек”.

Доктор үҙенең вакцина яһатыу яғында икәнлеген белдерҙе, “сөнки пандемияны еңеүҙә ул берҙән-бер ысул” тип билдәләне. “Вакцинация Хөкүмәткә түгел, ә һәр аныҡ кешегә үлмәҫ өсөн кәрәк”, - тине ул.

Фекер алышыу барышында республикала төҙөлгән ковид-госпиталдәрҙең уйланып төҙөлөүенә лә иғтибар итеп, уларҙың пациенттар, табиптар өсөн уңайлы булыуы билдәләнде. Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар “Спутник V” вакцинаһының ҡатмарлы клиник һынауҙарҙы үткәнен, ышаныслы икәнлеген раҫланы. Анатолий Альштейн әйтеүенсә, "һинд штаммы хәүефле, уға бәйле үлем осраҡтары арта, вакцина беҙгә унан һаҡланырға ярҙам итәсәк". Аналитик Александр Драган көҙгә табан сирлеләрҙең артыуын күҙалланы, прививка яһатҡас та иммун ҡатламы барлыҡҡа килһен өсөн ике ай ваҡыт кәрәк буласаҡ.

Фото: ”Горобзор”.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас