Сәләмәт булайыҡ
14 Июль 2021, 16:00

58 ауырыу ауыр хәлдә...

Республикала коронавирус ҡорбандары һаны 666-ға етте.

58 ауырыу ауыр хәлдә...58 ауырыу ауыр хәлдә...
58 ауырыу ауыр хәлдә...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлектә 222 кешенең коронавирус инфекцияһын эләктереүе асыҡланды.

Республикала барлығы 44 011 кешенең сирҙе йоҡторғаны билдәле. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә тағы биш ауырыу вафат булған. Ковид ҡорбандары һаны республикала 666-ға етте.

Тәүлек эсендә 312 ауырыу һауыҡҡан. Пневмония диагнозы 133 кешегә ҡуйылған. Стационарҙарҙа – 581, амбулатор шарттарҙа 1 795 сирле дауалана. 58-е ауыр хәлдә, һигеҙ кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Коронавирустан республикала 446 916 кеше тулыһынса прививкаланған.

Вакцина яһатыу мөһимлеге көн үҙәгендә тора - был сирҙе бергәләп кенә еңә аласаҡбыҙ.

Фото: infosmi.net

58 ауырыу ауыр хәлдә...
58 ауырыу ауыр хәлдә...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас