

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Өфөлә вакцинация пункты асылыу тураһында яҙҙы.
“Торатау” конгресс-холы майҙанында Волга буйы федераль округында иң эре мобиль вакцинация пункты асылды, - тип хәбәр итте ул. - Бында бер юлы ун прививка бригадаһы ике сменала сәғәт 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй. Бер көндә 1450-гә тиклем кеше килеүен көтәбеҙ.
Республикала вакцинация темпы насар түгел, көн һайын 20-25 мең кеше прививкалана. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килһен һәм был зәхмәттән ҡотолоу өсөн беҙгә тағы ла 1,2 миллион кешене вакцинацияларға кәрәк.
Бөгөн Башҡортостанға өҫтәмә рәүештә 95 400 доза вакцина килде, һәм әле үк Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән артабанғы партиялар тураһында килешеү алып барабыҙ.
Бөтә ил хәҙер коронавирус инфекцияһының өсөнсө тулҡынын үткәрә, һәм эксперттар бары вакцинация ғына яҡындарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлаясағы тураһында белдерә. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!"
* * *
Шуны тағы хәтерегеҙгә төшөрмәксебеҙ: яңы мобиль пунктта 14 июлдән 28 авгусҡа тиклем вакцинацияланғандар республика шифаханаларына ике аҙналыҡ 86 путевка отошонда ҡатнаша ала. Һәр кем үҙенсәлекле код менән флаер алып, уны “Здоровая Уфа” сайтында теркәргә тейеш. Бөтә һорауҙар менән "ҡыҙыу линия" телефонына шылтыратығыҙ: 8-800-550-02-40.
Валерий Шахов фотоһы.