Сәләмәт булайыҡ
14 Июль 2021, 08:30

Бергәләп кенә еңә аласаҡбыҙ!

Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль үҙәгендә иң ҙур вакцинация үҙәктәренең береһе булған мобиль пункт асылды. Ул “Торатау” конгресс-холында урынлашҡан. Инеү - Зәки Вәлиди урамы яғынан, вакцинацияға саҡырған әләмдәр елберҙәгән тарафтан...

Бергәләп кенә еңә аласаҡбыҙ!Бергәләп кенә еңә аласаҡбыҙ!
Бергәләп кенә еңә аласаҡбыҙ!

Бөгөн Өфөлә Волга буйы федераль үҙәгендә иң ҙур вакцинация үҙәктәренең береһе булған мобиль пункт  асылды. Ул “Торатау” конгресс-холының иң түбәнге ҡатында урынлашҡан. Инеү урыны Зәки Вәлиди урамы яғынан, вакцинацияға саҡырған әләмдәр елберҙәгән тарафтан. Иртәнге сәғәт 8-ҙә асылған мобиль пунктҡа  тәүге көндә килеүселәр булырмы, уның асылыуы тураһындағы хәбәрҙе халыҡ ишеттеме икән, тигән икеләнеүҙәр ҙә булманы түгел.

“Тәүге сәғәттәрҙән үк Өфө халҡын ҡабул итә башланыҡ, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, ағым туҡтамай. Сәғәтенә яҡынса иллегә яҡын пациентты ҡабул итәбеҙ, – тип ҡаршыланы беҙҙе проектты тормошҡа ашырыусыларҙың береһе Эльвира Хәсәнова. –Бина бүленгәс, залды халыҡты ҡабул итерлек итеп яйлаштырҙыҡ, зоналарға бүлдек, кеше килеп инеү менән үҙен уңайлы тойһон өсөн шарттар булдырҙыҡ. Нисә медицина кабинеты, күпме ирекмән һәм вакцина дозаһы кәрәк булыуын иҫәпләнек. Әле ун кабинетта табиптар ҡабул итә. Күпселеге 1-се поликлиника белгстәре, сөнки улар мобиль пункттарҙы ойоштороу һәм эшләү йәһәтенән  ҙур тәжрибә туплап өлгөргән коллектив. "Ҡунаҡһарай" һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында тәүге  пациенттарҙы улар ҡабул итте. Регистраторҙар һәм шәфҡәт туташтары сәғәт механизмы кеүек берҙәм эшләй, вакцинация үткән һәр кемгә сертификат бирелә. Ошонда уҡ шифаханаларға юллама отоуҙа ҡатнашыу өсөн теркәлергә мөмкин.

Ирекмән Эвелина һәр кемде ҡаршылап, вакцинаның нисәнсе компонентын яһатырға килеүен һораша, бланк алып тултырырға, тейешле  кабинетҡа барырға ярҙам итә. Пенсионер Таисия Владимировна  баш ҡаланың Мөбәрәков урамында йәшәһә лә,  алыҫ тип тормаған, тап  ошонда килергә булған. “Беҙҙең поликлиникала халыҡ ифрат күп. Бында зал шундай иркен, һәйбәт итеп ҡаршы алалар, сир йоҡтороу хәүефе юҡ. Кисә яңы пункттың асылыуын телевизор аша ишеттем дә тап ошонда килергә ҡарар иттем,” – ти ул.

Ғаиләһе менән килгәндәр ҙә бар. Алинаның әйтеүенсә, улар хәбәрҙе Инстаграмда күреп ҡалған, “Торатау” конгресс-холында мобиль пункттың асылыуын улар бик уңайлы, тип иҫәпләй.

– Әгәр халыҡ ағымы күбәйеп китһә, кабинеттар һәм табиптар  һанын арттырыу мөмкинлеге бар, беҙ быға әҙербеҙ, – ти администратор Надежда Кореннова.

Ысынлап та, яңы вакцинация пункты һәр  яҡтан да уңайлы. Иркенлек, таҙалыҡ, яҡшы мөнәсәбәттән тыш, экрандарҙан вирусологтарҙың, табиптарҙың вакцинация тураһында биргән аңлатмаһы, кәңәше  бер кем өсөн дә артыҡ булмаҫ. Барыбыҙға киң билдәле ғалим, вирусолог Марсель Тойғонов, Дим районы дауаханаһы баш табибы Фәнил Шәмиғолов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов һәм 1-се ҡала поликлиникаһы терапевты Рәфиә Буранбаеваның  һәр кемгә аңлайышлы итеп, ни өсөн вакцинация мөһим, локдаун һәм битлектәр сир таралыуын кәметһә лә, уларҙың пандемияны еңә алырлыҡ көскә эйә булмауы хаҡында ябай ғына итеп төшөндөрөүе бик файҙалы. Юғалтыуҙарҙы кәметеү, ҡәҙимге тормошҡа ҡайтыу өсөн бары вакцинация ғына ярҙам итәсәген аңлауға килеп еттек. Тимәк, ваҡытты һуҙмай прививка яһатыу бары беҙҙең дисциплинанан, ойошҡан булыуыбыҙҙан тора.

Юлай Кәримов фотоһы. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас