

Вакцинация башланғандан алып Нефтекама автозаводында меңдән ашыу кеше прививка яһатырға өлгөрҙө. Ошо уҡ биләмәләге офис эшселәре лә был ғәмәлдән ситтә ҡалманы.
Заводтың генераль директоры урынбаҫары Юрис Мөхәмәтдинов вакцинацияның әлеге хәүефле мәлдә берҙән-бер дөрөҫ юл икәнен билдәләне.
"Был сир ҡалала, аҙаҡ предприятиела тарала башлау менән бөтә һаҡланыу сараларын күрҙек. Әммә нисек кенә тырышһаҡ та, ауырыуҙы йоҡтороусылар, хатта үлем осраҡтары ла булды. Шуға күрә тәүге прививкалар күренеү менән коллектив вакцинацияға заявка бирҙек. Беҙҙең бурыс – хеҙмәткәрҙәребеҙҙең сәләмәтлеген һаҡлау. Шул саҡта ғына предприятие эшләйәсәк һәм йәшәйәсәк, – тине ул. – Дауахана менән берлектә завод биләмәһендә вакцинация процедураһын үткәрергә булдыҡ. Бының өсөн беҙҙә бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Препаратты партия менән аҙна һайын килтерәләр. Прививка яһатыуға күп ваҡыт талап ителмәй, күп тигәндә – 15-20 минут. Был эшселәр өсөн уңайлы".
“НефАЗ” предприятиеһы етәкселәре хеҙмәткәрҙәргә өлгө күрһәтә. Генераль директор Владимир Курганов та, Юрис Мөхәмәтдинов та тәүгеләрҙән булып прививка яһатҡан. Автозаводта 1 037 кеше вакцина ҡаҙатҡан һәм береһендә лә өҙлөгөүҙәр күҙәтелмәгән. Буяусы Гөлназ Дәүләтова әйтеүенсә, ул үҙен һәм яҡындарының сәләмәтлеген һаҡлау өсөн прививка яһатырға булған. Контролер Лиана Сәйетғәлиева тренажер залына күнегеүҙәргә йөрөй, шуға күрә вакцина эшләтеү тураһында сертификат кәрәк булғанға килгән. Юридик бюро начальнигы Дамир Әсхәтуллин сирҙең нисек ауыр үтеүен таныштарынан ишетеп яҡшы белә. Өҫтәүенә улы быйыл юғары уҡыу йортона уҡырға инмәксе, шуға күрә уның менән алыҫ юлға сығырға ла кәрәк булыуы бар. Һәр хәлдә, вакцина яһатыу ҙа, сертификат та ҡамасауламаясаҡ.
Башҡаларҙың да ғәҙәттәге тормошҡа тиҙерәк ҡайтаһы, мәкерле вирус ҡоллоғонан ҡотолғоһо килә. Шуға күрә улар ойошҡан рәүештә прививка яһатырға килгән.
Зилә Әмирова фотоһы.