

Бөтә донъя, шул иҫәптән беҙҙең илебеҙ ҙә, коронавирустың өсөнсө тулҡынын ҡаршыларға мәжбүр. Ковидтың тәүге штамдары артынан яңылары килә. Британия штамын тағы ла ҡурҡынысыраҡ һинд штамы алмаштырҙы, аҙаҡ “перуа” тип аталғаны һөжүм итә башланы. Донъяны ялмаған был вирустың ҡасан “мәрхәмәтлерәк” була барырын, ҡәҙимге тормошҡа ҡасан ҡайтыу мөмкинлеген көтмәгән кеше юҡтыр. Зәхмәтте еңерлек ҡеүәткә эйә булған тылсымлы вакцинаның яҡын арала уйлап табылыуы мөмкинме? Һорауҙар ифрат күп.Ошо йәһәттән биология фәндәре докторы, вирусолог, АҠШ профессоры Анча Баранованың V1.ru баҫмаһы һорауҙарына биргән яуаптарының бер нисәһен уҡыусылар ҡарамағына тәҡдим итәбеҙ. Проблемалар уртаҡ,тимәк, хәл итеү юлдары ла.
Ни өсөн вирус торған һайын хәүефлерәк була бара? Профессорҙың әйтеүе буйынса, донъяла коронавирустан да ҡурҡынысыраҡ тиҫтәләгән вирус бар. “Вирус туҡтауһыҙ үҙгәреп тора. Хәтерегеҙҙә булһа, беҙҙә уның “альфа” тип аталған варианты ғына бар ине. Аҙаҡ “бета”, “гамма”күренде, хәҙер тағы ла хәүефлерәк “дельта” тигәне тарала. Һәм шунда уҡ “альфа” варианты онотолдо. ”Дельта” уны еңде. Һеҙ хәҙер беҙҙә Перу иленән килгән “лямбда” варианты барлығын да беләһегеҙҙер. Беҙ әлегә уның “дельта” йәки “гамма” вариантына ҡаршы тора алыу мөмкинлеген белмәйбеҙ, – ти профессор. – Бразилияла бығаса ошо ике вирус өҫтөнлөк итте, үҙ-ара көрәште һәм күп кешегә сир йоҡторҙо. Ҡыҫҡаса әйткәндә, вирус эволюцияһы дауам итә.”
Профессорҙың әйтеүенсә, вирустың яңы варианттарынан һаҡланыу өсөн беҙгә пандемияның беренсе һәм икенсе тулҡындарындағыға ҡарағанда ла антиесемдәрҙең ҙурыраҡ титры кәрәк. “Кешенең антиесемдәре булған хәлдә лә, улар етешмәгән осраҡта, тап вакцина һөҙөмтәһендә был һанды арттырып була. Тимәк, вакцина яһатҡанда һеҙ нығыраҡ үҙегеҙҙе яҡлай аласаҡһығыҙ.
Ниндәй вакцинаны яһатырға, тип баш ватмағыҙ. Уларҙың араһында айырма юҡ тиерлек. Бары был йәһәттән кәңәштәр генә бар. Бөтәһе лә пульмонология тарафынан раҫланған, ә клиник һынауҙар нигеҙендә түгел. Мәҫәлән, былтыр сирләп китеп, аҙаҡ тест биргәндә антиесемдәрегеҙҙең барлығын асыҡлаһағыҙ, бер компонентлы вакцина ҡаҙатыу яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Был саҡта антиесемдәрегеҙҙе үҙегеҙҙе һаҡларлыҡ юғары кимәлгә күтәрә аласаҡһығыҙ".
Анчи Баранованың әйтеүенсә, ҡабаттан яһалған прививканан һуң антиесемдәр күтәрелмәһә, тимәк, һеҙҙең иммун яуабы шундай көслө, ул вирустың “тетмәһен теткән” тигән һүҙ. “Был саҡта башҡа вакцина тураһында уйларға кәрәк. Минән күптәр ҡайһы вакцина яҡшыраҡ, тип һорай, беҙҙә Pfizer ҙа, Моdernа ла юҡ, тип зарлана. Беҙгә һәр ваҡыт ҡаршы ярҙағы үлән йәшелерәк күренгәнгә күрә шулай уйлайҙарҙыр... Яҡын арала Рәсәйҙә һәм АҠШ-та башҡа вакциналар ҙа барлыҡҡа килеүе ихтимал. АҠШ-та етештерелгән препараттар үтә ҡиммәт, уны бер бюджет та күтәрә алмаҫ. Уның ҡарауы яңы вакцина уйлап табылды – Novavax. Һынауҙарҙы бик уңышлы үтте. Өҫтәүенә ул ҡиммәт булмаясаҡ, оҙаҡламай Һиндостанда етештерелә башлауы ихтимал. Бөтәбеҙгә лә, нисек тә булһа, ошо өсөнсө тулҡын һынауын үткәрергә кәрәк, “СпутникV” препараты менән ревакцинацияны дауам итергә тейешбеҙ. Әлегә“КовиВак”ты тотош ил халҡын тәьмин итерлек күләмдә етештереп булмай, булғанын файҙаланайыҡ, барыһы ла яҡшы буласаҡ!” - тине Анча Баранова.
Профессор фекеренсә, эволюция закондары ҡәтғи, уларҙы бер кем дә кире ҡаға алмай, шуға күрә вирустың көсһөҙләнеүе өсөн ваҡыт ҡына кәрәк. Тик ул ваҡыттың күпмегә һуҙылыуы билдәһеҙ. “Әлегә һаулыҡ һаҡлау тармағына көсөргәнеш артмаһын өсөн тырышырға кәрәк, башҡа юл юҡ,”- ти ғалим. Ул “СпутникV” вакцинаһының башҡалар менән сағыштырғанда бер нисә тапҡырға таҙараҡ, ҡушымталарһыҙ икәнен әйтте. AstraZeneca вакцинаһында кеше аҡһымының бик күп булыуын, “СпутникV” күрһәткестәренең таҙараҡ булыуын билдәләне.
Фото: BashNews