Сәләмәт булайыҡ
15 Июль 2021, 15:45

Баҡсасыларға ла прививка эшләнә

Кем йәйҙе баҡсала, дачала үткәрә, мобиль пункттар уларға ла барып етәсәк. Вакцина яһатҡандарҙы бүләктәр ҙә көтә.

Баҡсасыларға ла прививка эшләнәБаҡсасыларға ла прививка эшләнә
Баҡсасыларға ла прививка эшләнә

Кем йәйҙе баҡсала, дачала үткәрә, мобиль пункттар уларға ла барып етәсәк. Күптәр коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә йыл әйләнәһенә йәшәй. 

Дим кордоны биләмәһендә 20 баҡсасылыҡ ширҡәте бар. Уларҙа һигеҙ меңгә яҡын кеше даими йәшәй. Бында сәғәт 10-дан 20.00 сәғәткә тиклем эшләгән вакцинация пункты асылды. Ул аҙыҡ-түлек магазины янында урынлашҡан. Прививкалау эшен Дим район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ өҫтөнә алған. Алдан яҙылыу кәрәкмәй, шәхесеңде раҫлаған документ алып килеү ҙә етә.

16 июлдә күсмә вакцинациялау пункты Орджоникидзе районының баҡсасылыҡ ширҡәте биләмәһендә эш башлай. Табиптар тәүҙә аҙыҡ-түлек магазины эргәһендәге 10-сы баҡсасылыҡ ширҡәтендә буласаҡ. Һеҙҙе 17.00 - 20.00 сәғәттәрҙә ҡабул итәсәктәр.

17 июлдә мобиль пункт “БНЗС” тресының 3-сө баҡсасылыҡ ширҡәте алдында 12.00 - 20.00 сәғәттәрҙә халыҡты прививкалаясаҡ. Кем килеп өлгөрмәгән, 18 июлдә Олег Кошевой урамындағы пунктта вакцина ҡаҙата ала. Һеҙҙе иртәнге 10-дан киске 8-гә тиклем көтәләр. Вакцина яһатҡандар өсөн бүләктәр ҙә бар.

 

Фото: Ufacity.info

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас