

Республиканың ойошма һәм предприятиеларында коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау ойошҡан рәүештә бара. 650 кеше эшләгән “Алексеевка” совхозы тәүгеләрҙән булып прививка яһатыу кампанияһына ҡушылды, етәкселәрҙең әйтеүенсә, әлеге ваҡытта хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлауҙан һәм сирҙе иҫкәртеүҙән дә әһәмиәтлерәк бурыс юҡ.
Хужалыҡтың кадрҙар менән эш бүлеге начальнигы Ольга Полякова әйтеүенсә, әле эшселәрҙең 410-ы вакцинаның беренсе компонентын, 250-һе икенсе компонентын алған. “Коллектив ағзаларының 63 проценты бөгөн прививкалы, кешеләр үҙ ирке, аңлы ҡарашы менән вакцина яһатыу яғында. Сирҙе ауыр үткәргәндәр, табиптар менән ихлас һөйләшеү, кәңәшләшеү ҙә шуға этәргәндер тип уйлайым. Эшселәребеҙҙе график буйынса автобусҡа ултыртып, үҙебеҙҙәге табиплыҡ амбулаторияһына илтәбеҙ. Бына бөгөн дә сираттағы партия прививка яһатырға барырға әҙерләнә,” - ти Ольга Геннадьевна.
Һүҙгә хужалыҡта бухгалтер булып эшләгән Светлана Вәлиева ҡушыла: “Мин дә бөгөн хеҙмәттәштәрем менән бергә табиплыҡ амбулаторияһына бармаҡсымын, үкенескә ҡаршы, коронавирус инфекцияһын йоҡторғандан һуң оҙаҡ ҡына ауырырға тура килде. Уның ниндәй ҡурҡыныс , ауыр сир икәнен ишетеп кенә белмәйем мин. Коллективта иллегә яҡын кеше ауырыуҙы үткәрҙе, алдараҡ вакцина яһатырға өлгөргәндә яҡшы булыр ине лә бит. Яҡындарымдың һаулығы өсөн борсолам, шуға күрә уларҙы һаҡлауҙың бер генә юлы – вакцинация яғындамын.”
Теплица эшсеһе Миләүшә Абдуллина хужалыҡта тормош иптәше менән 1985 йылдан алып эшләй. Тыныс йәшәлгән ғәҙәттәге көндәрҙе һағынырға ғына ҡала, ти ул, шуға күрә пандемияны күмәк көс менән еңеү өсөн барыбыҙға ла берҙәмлек күрһәтергә кәрәк. “Ирем Радик вакцинаның ике компонентын да ҡаҙатты, еңел үткәрҙе. Ҡурҡып йөрөгәнсе, күптән эшләтергә кәрәк булған, ти ул хәҙер. Мин дә бөгөн иптәштәремә ҡушылып, прививка эшләтергә булдым. Гел кеше араһында йөрөйбөҙ, аралашабыҙ, бергә эшләйбеҙ, был хәйерһеҙ зәхмәттең эләгеп ҡуйыу хәүефе ҙур,” - ти Миләүшә.
Алексеевка табиплыҡ амбулаторияһы мөдире Руфина Сәфәрғәлина вакцина яһатырға килгән һәр кемде ҡаршы алып, кемдең вакцинаның нисәнсе компонентын яһатыуын белешеп, терапевт кабинетына оҙата.
...Прививка кабинетынан беренсе булып, танышыбыҙ Миләүшәнең йылмайып сығып килеүен күрҙек. ”Барыһы ла яҡшы, юҡҡа ҡурҡып йөрөлгән икән!” - тине ул хушлашҡанда.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.