Сәләмәт булайыҡ
15 Июль 2021, 16:30

Тотош коллектив прививка яһатасаҡ

"Уҡытыусылар – яуаплы һәм аңлы кешеләр, күпселеге был ҡарарҙы хуплай һәм 1 сентябргә тиклем вакцина эшләтеү яғында".

Тотош коллектив прививка яһатасаҡТотош коллектив прививка яһатасаҡ
Тотош коллектив прививка яһатасаҡ
Тотош коллектив прививка яһатасаҡ
Тотош коллектив прививка яһатасаҡ

Өфөлә шәхси “Новошкола” мәктәбе коллективы уҡыу йылына тиклем йөҙ проценты менән вакцинацияланырға ниәтләй. Директор Ирина Кейекбаева әйтеүенсә, был барыһының да мәнфәғәтендә.

“Башҡа мәктәптәрҙәге кеүек, беҙ ҙә эпидемияға ҡаршы саралар үткәрҙек. Уҡыу процесы хәүефһеҙ шарттарҙа барырға тейеш. Бары вакцинация ғына беҙҙе һаҡлаясаҡ. Уҡытыусылар – яуаплы һәм аңлы кешеләр, күпселеге был ҡарарҙы хуплай һәм 1 сентябргә тиклем прививка яһатыу яғында. Медицина тикшереүен барыбыҙ ҙа үттек, вакцина ҡаҙатыуға ҡаршы етди сәбәптәр  табылманы”, - тине директор.

Эйе, көтөп алынған уҡыу йылы хәүефһеҙ булһын ине.

Фото: ”Башинформ”.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас