Сәләмәт булайыҡ
16 Июль 2021, 11:00

Етәксе үҙе өлгө күрһәткән

“Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең 75 проценты вакцина ҡаҙатҡан. Улар әйтеүенсә...

Етәксе үҙе өлгө күрһәткәнЕтәксе үҙе өлгө күрһәткән
Етәксе үҙе өлгө күрһәткән
Етәксе үҙе өлгө күрһәткән
Етәксе үҙе өлгө күрһәткән

“Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре” дәүләт предприятиеһы хеҙмәткәрҙәрен прививкалауҙы күсмә табиптар бригадаһы башҡара. Был ойошма өсөн уңайлы.

Әле 123 хеҙмәткәрҙең 90-дан ашыуы вакцина ҡаҙатҡан, был коллектив ағзаларының 75 проценты тигән һүҙ. Предприятие фельдшеры Фирдүс Ғабдрафиҡов әйтеүенсә, бер кемдә лә өҙлөгөүҙәр күҙәтелмәгән, бары бер ни тиклем хәлһеҙлек булыуы асыҡланған. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше – 45-47 йәш. Хәҙер эшселәр прививканың икенсе компонентын ала. Вакцинацияның юғары темпына табиптар менән аралашыу, кәңәшләшеү ярҙам итте, тиҙәр предприятиела. Кемдер уны етәкселектең өлгө күрһәтеүендә күрә. “Ағиҙел”дең генераль директоры Гүзәл Кәримова тәүгеләрҙән булып прививка яһатҡас, башҡалар ҙа уға эйәргән.

"Өфөнөң 10-сы дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, - ти директор урынбаҫары Азамат Яппаров. – Улар беҙгә килеп, вакцинацияның өҫтөнлөктәрен аңлатты, сирҙе йоҡторғандарҙың ниндәй проблемаларға юлығыу ихтималлығы хаҡында һөйләне. Беҙҙә аңлы, сәләмәтлеген хәстәрләгән, яҡындарының һаулығы өсөн борсолған кешеләр эшләй, улар һис икеләнеүһеҙ вакцина ҡаҙатыу яғында".

Тегеү производствоһы технологы Светлана Үтәшева (фотола) әйтеүенсә, һәр кем был мәсьәләне үҙе хәл итергә тейеш. “Мин былтыр октябрҙә ковид эләктерҙем, туғыҙ ай үткәс, вакцина яһатырға булдым. Тәүге компонентын алғас, ике көн буйы температура күтәрелеп торҙо. Аҙаҡ хәл арыуланды, шунда уҡ эшкә тотондом. Ирем вакцина яһатырға ҡурҡып йөрөнө, шулай ҙа эшләтергә булды, һис көтмәгәнсә бик еңел үткәрҙе”, - тине ул.

Фото: "Горобзор".

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас