

Республика клиник дауаханаһында тәүге тапҡыр ҡарындағы анемияның ауыр дәрәжәләге гемолитик сиренә дусар сабыйға ҡан ебәреү башҡарылған. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
Ауырлы ҡатын стационарға 30-31 аҙналыҡ, резус конфликтлы йөклөлөк һәм сабыйҙың анемия формаһындағы гемолитик сире диагноздары менән ҡабул ителгән. Был – әсә һәм тыуасаҡ сабый ҡанының резус-фактор, төркөм һәм башҡа һирәк сәбәптәр буйынса ярашмауы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән патология.
Ҡатынға быға тиклем дә йөклөлөктөң 24-28 аҙнаһында Екатеринбург ҡалаһындағы Урал ғилми-тикшеренеү институтында ошондай уҡ дауа ике тапҡыр үткәрелгән булған. Өфө табиптарының консилиумы һөҙөмтәһе буйынса ҡарындағы балаға ҡан тамырҙары аша ҡан ҡойоу үткәрелгән. ”Был манипуляция гемолитик сир арҡаһында юҡҡа сығарылған эритроциттарға ҡытлыҡты тулыландырырға, йөклөлөк осорон ахырынаса дауам итергә ярҙам итә”, – ти Перинаталь үҙәктең баш табибы урынбаҫары Алексей Фролов. – Бының өсөн тәүҙә донор эритроциттары әҙерләнә. Кендеккә пункция яһалғандан һәм күпме ҡан кәрәклеге билдәләнгәндән һуң донор ҡаны сабыйға индерелә".
Әлеге ваҡытта пациент һәм ҡарындағы сабыйҙың хәле һәйбәт, улар табиптар күҙәтеүе аҫтында. Кәрәк тип табылғанда, манипуляцияны яңынан ҡабатлауҙары мөмкин.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.