Сәләмәт булайыҡ
16 Июль 2021, 15:00

"Табиптарҙың ауыр хеҙмәтен дә еңеләйтәсәкбеҙ"

Нефтекаманың дөйөм туҡланыу предприятиеларында коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау киң йәйелдерелде.

"Табиптарҙың ауыр хеҙмәтен дә еңеләйтәсәкбеҙ""Табиптарҙың ауыр хеҙмәтен дә еңеләйтәсәкбеҙ"
"Табиптарҙың ауыр хеҙмәтен дә еңеләйтәсәкбеҙ"

Нефтекаманың дөйөм туҡланыу предприятиеларында коронавирус инфекцияһынан вакцинациялау киң йәйелдерелде. Бөгөн, мәҫәлән, “Фил ашарлыҡмын” тигән ашхана биләмәһендә прививка яһау ойошторолдо.

"Беҙ хеҙмәткәрҙәребеҙҙең сәләмәтлеге өсөн ҙур яуаплылыҡ тоябыҙ. Коронавирус ҡотора, етәксе булараҡ, мин һәр кемдең һаулығы өсөн борсолам. Бурысымды яҡшы аңлайым – эшселәрҙең ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡларға тейешмен. Шуның менән табиптарҙың ауыр хеҙмәтен дә еңеләйтәсәкбеҙ.

Кешеләрҙе ҡабул итеү өсөн үҙебеҙ 100 процентҡа һау булырға тейешбеҙ. Ашханаға табиптар килеүе бик уңайлы булды, сиратта торорға кәрәкмәй, поликлиникала былай ҙа халыҡ күп", - тине ашхана идарасыһы Алһыу Фәхретдинова.

Бөгөн “Спутник V” вакцинаһын “Филде ашайым” ашханаһы һәм “Жар-свежар” пекарняһының 18 хеҙмәткәре яһатты. Быға тиклем дүрт хеҙмәткәрҙәре Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша яҙылып, прививка эшләткән булған. Илфирә Ғәлиуллина әйтеүенсә, өҙлөгөүҙәр, ауыртыныуҙар, температура күтәрелеүе күҙәтелмәгән. Аҙыраҡ йоҡомһоратты ғына, ти ул. Ашхана хеҙмәткәрҙәре энәнән ҡурҡмай, улар өсөн медицина тикшереүҙәре - ғәҙәти эш. Был юлы улар бер көн өҫтәмә ял алыуға хоҡуҡлы.

Фото: Елена Аллаярова.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас