

Коронавирус инфекцияһы менән хәл республикала көсөргәнешле булып ҡала. Һуңғы тәүлектә тағы ла 240 кешенең вирусты йоҡторғаны асыҡланды. Сирҙе эләктергәндәр һаны хәҙер 44 482 тәшкил итә.
Һуңғы тәүлектә 256 ауырыу һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы алты кеше вафат булған. Шулай итеп, вирус ҡорбандары һаны 677-гә етте.
Әле 556 пациент стационарҙарҙа, 1 833 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. 59-ы ауыр хәлдә, туғыҙы үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Республика райондарында ла сир таралыуын дауам итә. Тәүлектә иң күп вирусты йоҡтороу осрағы Бәләбәй районында (31 осраҡ), Салауат ҡалаһында (31), Белорет районында (26), Өфөлә (24) теркәлгән.
Рәсәй буйынса ла ауырыуҙар һәм сир ҡорбандары арта. Тәүлек эсендә 25 704 кеше сирҙе йоҡторған, 799 ауырыуҙы табиптар ҡотҡара алмаған.
Үҙеңде һәм яҡындарыңды һаҡлауҙың юлы бер генә – вакцинациялау. Локдаундар ҙа, битлек һәм башҡа санитария-гигиена саралары ла пандемияны туҡтатырлыҡ һәләткә эйә булмауын аңланыҡ. Күмәк көс менән, хәлдең киҫкенлеген аңлап ҡына был “саҡырылмаған ҡунаҡ”тан ҡотолорбоҙ төҫлө.
Фото: ”Башинформ”.