Сәләмәт булайыҡ
16 Июль 2021, 14:30

Яңы пунктҡа коллектив менән киләләр

Прививка ҡаҙатырға Өфө һәм райондар халҡы ғына түгел, Кемеров, Мәскәү кешеләре лә килгән.

Яңы пунктҡа коллектив менән киләләрЯңы пунктҡа коллектив менән киләләр
Яңы пунктҡа коллектив менән киләләр

“Торатау” конгресс-холында асылған яңы вакцинация пунктына тотош коллективтар менән киләләр. Бөгөн бында клиника һәм банк хеҙмәткәрҙәренән бер төркөм прививка яһатты.

"Беҙҙең дауаханала вакцина ҡаҙатмағандар ҡалманы. Яңыраҡ күсмә бригада килгәндә уны үтеп өлгөрмәгәйнек, хәҙер хатаны төҙәтәбеҙ", - ти табип-психиатрҙар.

Энә ҡаҙатырға яңы пунктҡа Өфө һәм райондар халҡы ғына түгел, Кемеров, Мәскәү кешеләре лә килгән. Вакцинацияны Рәсәй Федерацияһының һәр гражданы яһата ала, бары үҙең менән паспорт һәм шәхси иҫәптең страховка номерын алырға кәрәк.

Фото: РБК Уфа

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас