

Өфөнөң Дим районынан 100 хеҙмәткәр “Торатау” конгресс-холында урынлашҡан Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мобиль вакцинация пунктында яңы вирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. Был хаҡта “Башинформ” хәбәр итә.
Агентлыҡҡа биргән интервьюһында был пункттың етәксеһе Руслан Солтанов, килгәндәрҙең 80 кеше тирәһе – хеҙмәт мигранттары, тип асыҡлаған. Бер аҙы – Дим районының бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, уларҙың күбеһе бөгөн вакцинаның икенсе компонентын яһатҡан. Хеҙмәт мигранттары әлегә беренсеһен эшләткән.
“Беҙ үҙаллы килгәндәрҙе лә ҡабул итәбеҙ, – ти Руслан Солтанов. – Бөгөн табиптар, шәфҡәт туташтарынан торған туғыҙ бригада эшләне. Кәрәкһә, был һанды арттырырға мөмкин. “Торатау”ҙың майҙаны һәм вакцина запасы өҫтәмә пациенттарҙы ҡабул итергә лә ирек бирә”.
Башҡа ерҙәге кеүек үк, вакцина ҡаҙар алдынан пациенттарҙы тәүҙә табип ҡарай, кәрәкле ҡағыҙҙар тултырыла.
“Вакцинациянан ҡурҡырға кәрәкмәй. Ул инде бер йыл тирәһе бара, миллионлаған кеше һалдырҙы ла. Хәүефһеҙ икәнен аңлар өсөн был ваҡыт етерлек”, – тип һығымта яһай Р. Солтанов.
“Торатау”ҙағы мобиль пункт иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй.
Өфөнө үҫтереү йәмәғәт фонды бында 86 Башҡортостан шифаханаһына ике аҙналыҡ йүнәлтмә уйната. Ҡатнашыусыларға уникаль код яҙылған флаер бирелә. Кодты “Здоровая Уфа” сайтында теркәргә кәрәк. Приздарҙы уйнатыу “Вся Уфа” телеканалының тура эфирында үткәрелә. Уның беренсе этабы – 31 июлдә, икенсеһе – 14 августа, өсөнсөһө – 28 августа.
Фото: "Башинформ".