

Бөгөн “Өфө-Арена”ның медицина пунктында ”Салауат Юлаев” хоккей клубы уйынсылары, хеҙмәткәрҙәре дәррәү прививка яһата башланы.
Шулай уҡ клубтың матбуғат хеҙмәтендә, кафела эшләүселәр, “Толпар” һәм “Торос” уйынсылары ла вакцина ҡаҙата. Тренерҙар штабы, легионерҙар ҙа йыйыла башлағанға тиклем һаулығын хәстәрләй.
Прививканы 5-се поликлиника медиктары эшләгән.
“Табип менән һөйләшеп, ентекле консультация алдым да вакцина эшләтергә хәл иттем, – ти "Салауат Юлаев"тың 24 йәшлек һаҡсыһы Игорь Мясищев. – Минең бар туғандарым да тиерлек прививка яһатты. Дуҫтарыма, таныштарыма ла уны эшләтергә кәңәш итермен тим. Эргә-тирәләгеләрҙең һаулығы мөһим. Лиганың да, бөгөн булмаһа, иртәгә мотлаҡ вакцина яһатыу тураһында иғлан итеүе ихтимал”.
Глеб Кузьмин, "Салауат Юлаев"тың һөжүмсеһе, “Өфө-Арена”ның медпунктына тәүгеләрҙән булып килгән. Ул вакцина яһатҡанын бер генә, уның ҡарауы, көслө дәлил менән иҫбат иткән: “Минең ауырығым килмәй! Был иң тәүҙә үҙем өсөн мөһим. Миҙгел яҡшы барһын, ауырыу ҡамасауламаһын. Хәҙер прививка эшләтеү аҙаҡтан ныҡ итеп ауырып, һаулыҡ өсөн ауыр эҙемтәләр килеүгә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ”. Глеб Кузьмин һәр кеше өсөн һаулығы ҡәҙерле булыуын, “һәр кемдең үҙ башы бар” икәнен иҫкә төшөргән.
Фото: “Башинформ”.