

Башҡортостанда вакцина эшләтеү эшенә уҡытыусылар дәррәү ҡушылды. Һуңғы күрһәткестәргә ҡарағанда, коронавирустан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең 46 проценты прививка яһатҡан да инде.
Быйылғы май-июнь айҙарында Белорет педагогия училищеһында коронавирус ныҡ таралғайны. Шуға ла, яңы уҡыу йылында бындай хәлгә юл ҡуймаҫ өсөн, педагогтар вирустан вакцина ярҙамында һаҡланырға ҡарар иткән. 14 июлгә тиклем колледж хеҙмәткәрҙәренең 38 проценты прививка эшләткән. Ай аҙағына тиклем бар хеҙмәткәрҙәрҙең дә вакцина яһатыуы планлаштырыла.
Балалар баҡсалары йәй көнө лә эшләүҙән туҡтамай. Тәрбиәселәрҙең күпселеге вакцина яһатҡан. Мәҫәлән, 84-се балалар баҡсаһында хеҙмәткәрҙәрҙең 70 проценты һаулығын хәстәрләгән. Антиесемдәрҙе билдәләүгә ҡан да тапшырғандар.
“Беҙ хеҙмәткәрҙәрҙең медицина ойошмалары вәкилдәре менән осрашыуын ойошторҙоҡ. Бында һорауҙар биреп, аныҡ яуаптар алырға мөмкин булды. Күптәр аңлап етмәй ине, әммә ошо осрашыуҙан һуң барыһы ла тиерлек прививка яһатты. Хәҙер беҙҙә вакцина эшләтеүгә медицина ҡаршылыҡтары һәм ковидҡа ҡаршы антиесемдәре булған хеҙмәткәрҙәр генә тороп ҡалды”, – ти 84-се балалар баҡсаһы мөдире Оксана Плотникова.
Фото: БЮТ, видеонан скриншот.