

Ҡайын ороһо (чага) - ҡыу бәшмәк күҙәнәктәре менән зарарланғандан һуң ағас ҡабығында үҫеп сыҡҡан, күмер киҫәгенә оҡшаш бәшмәк. Зарарлаусы паразиттар ағас эсенә ярыҡтар, һынған урындар аша үтеп инә. Чага ағаста егерме, хатта унан да ашыуыраҡ йыл буйына үҫә ала. Ауырлығы биш килограмға етеүе ихтимал.
Ҡыу бәшмәк бөтә Рәсәй буйынса ҡайын ағастарын зарарлап юҡҡа сығара. Айырыуса япон һәм ҡытай медицинаһында чаганы йыш ҡулланалар.
Ҡайын ороһон йылдың һәр мәлендә йыйырға мөмкин, шулай ҙа иң яҡшы ваҡыт – япраҡтар ҡойолғандан һуң, сөнки ағаста башҡа ағыулы бәшмәктәр үҫеүе лә ихтимал, уларҙы айыра белергә кәрәк. Ваҡланған һәм киптерелгән чаганы ике йылдан ашыу һаҡламайҙар.
Ул – ағастарҙың йәшәү ҡеүәтен үҙенә туплаған, шифалы дауалау үҙенсәлектәренә эйә булған, Менделеев таблицаһындағы бөтә элементтарҙы ла тиерлек һаҡлаған көслө сара. Ғалимдар әле булһа чаганы өйрәнеү өҫтөндә.
Ундағы бетулин кислотаһы, байтаҡ файҙалы сифаттарынан тыш, шештәргә ҡаршы тороу үҙенсәлегенә эйә. Магний ҡан баҫымын нормалләштерә, калий менән берлектә нервы системаһына ыңғай тәьҫир итә. Калий һәм натрий тоҙҙары организмда һыу-тоҙ балансы һәм туҡыма күҙәнәктәрендә кислород кимәлен тоторға ярҙамлаша. Тимер гемоглобин етештерелеүен әүҙемләштерә, тәбиғи антиоксидант – цинк ҡартайыу процесын аҡрынайта. Марганец глюкоза, холестерин һәм ҡалҡан биҙе гормондары кимәлен көйләп, шәкәр диабеты, инсульт, инфаркт хәүефен кәметә. Ул шулай уҡ нервы һәм репродуктив системаны нығыта, ти белгестәр.
Ҡайын һыуының алюминий, көмөш, кобальт, никель, кремний, ыҫмала, туҡыма күҙәнәге һәм башҡа элементтарға бай булыуын беләбеҙ. Ҡайын ороһонда витаминдар күп тупланған. Ретинол күҙҙәрегеҙҙең үткерлеген оҙаҡ йылдарға һаҡлар, фолий кислотаһы йөклө ҡатындар һаулығы өсөн (тыуасаҡ сабыйҙың нервы системаһын формалаштырыу өсөн яуап бирә) әһәмиәтле. С витамины организмдың төрлө йоғошло сирҙәрҙән һаҡланыу көсөн арттыра. Токоферол аҡһым берләшмәләре, углевод һәм майҙар алмашыныуында ҡатнаша. Никотин кислотаһы “насар” холестеринды кәметеүгә йоғонто яһай, ә В төркөмө витаминдары нервы системаһы һәм энергия алмашыныуы өсөн файҙалы.
Дөрөҫ ҡуллана белгәндә, ҡайын ороһо организм сәләмәтлеге өсөн баһалап бөткөһөҙ. Халыҡ медицинаһында уны гастриттарҙың бер нисә төрөн дауалауҙа ҡулланғандар. Уның сәй, май рәүешендәге формаларын дарыуханаларҙа ла һатып алырға мөмкин.
Был тәбиғәт хазинаһы организм өсөн нисек кенә файҙалы булмаһын, ҡулланыр алдынан тәүҙә табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ, сөнки ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡайын ороһо аллергия реакцияһы тыуҙырыуы, һаулыҡҡа зыян килтереүе ихтимал. Уның ҡайнатмаһын йәки төнәтмәһен әҙерләү дозаһын, технологияһын боҙмаҫҡа, дөрөҫ файҙаланырға кәрәк.
Фото: dary-prirody.su