

Коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә сирҙе тағы ла 249 кеше эләктергән.
Шулай итеп, пандемия осоронда республикала барлығы 45 221 кешенең вирусты йоҡторғаны билдәле булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәүлек эсендә йәнә алты ауырыу вафат булған. Хәҙер вирус ҡорбандары һаны 694 тәшкил итә.
Пневмония диагнозы тәүлектә 133 ауырыуға ҡуйылған һәм ошо диагноз раҫланған 116 пациент һауыҡҡан. Әле стационарҙарҙа 613 пациент дауалана, 56-һы ауыр хәлдә, ете кеше үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Амбулатор шарттарҙа 2 168 ауырыу дауалана.
Барыбыҙҙы ла йонсотҡан был зәхмәттән ҡотолоу юлы бер генә – вакцина ҡаҙатыу. Башҡа илдәрҙәге тәжрибә лә шуны раҫлай. Үҙебеҙҙең һәм яҡындарыбыҙҙың һаулығын хәстәрләйек!
Фото: lenta.ru