

Башҡортостанда дәррәү вакцина эшләткән коллективтар көндән-көн арта. Шуларҙың береһе - Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйына ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре. Бөгөн ойошмала эшләүселәрҙең 70 проценты вакцинаның - беренсе, 55 проценты икенсе компонентын яһатҡан.
Азат ҠУНАФИН, Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйына ғилми-тикшеренеү үҙәгенең баш табибы урынбаҫары:
- Беҙҙең үҙәктә хеҙмәткәрҙәргә вакцинация үткәрелә башланы. 75 кешенән торған коллективтың 70 проценты - беренсе, 55 проценты икенсе компонентты эшләтте. 10-14 көн эсендә һөҙөмтәне 82 процентҡа еткерәсәкбеҙ. Ҡалған 18 процент – медицина күрһәткестәре сәбәпле прививка эшләтә алмаусылар. Вакцина яһатыу – бик мөһим сара. Беҙҙең өсөн пациенттар менән эш итеүҙең хәүефһеҙ булыуы шарт. Организм вирустың “Дельта” варианты менән осрашыуға әҙер булырға тейеш.
Әлеге мәлдә хеҙмәткәрҙәр араһында бик ентекле тикшереү үткәрәбеҙ. Ауырығандарҙы билдәләйбеҙ, антиесемдәр барлығын ҡарайбыҙ. Кәрәк икән, үҙәктә үк өҙлөгөү осраҡтарын дауаларға була. Антиесемдәр һөҙөмтәһенә ҡарап, хеҙмәткәрҙәргә вакцинация үткәреүгә рөхсәт бирелә. Әле көтөлгән “Дельта” вариант элекке вирустан айырыла: өс көн эсендә үҫешкән вирусҡа ҡаршы организм антиесемдәр “етештереп” өлгөрмәй. Вакцинация яһатҡан осраҡта, организм был ауырыуға ҡаршы тороу көсөнә эйә була, өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килмәйәсәк.
Фото: Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйына ғилми-тикшеренеү үҙәге.