

Бөгөн Өфөләге 21-се икмәк бешереү заводы һәм “Лукошко” сауҙа селтәре хеҙмәткәрҙәре 50-се поликлиниканың күсмә табиптар бригадаһын ҡаршы алды. Уларҙың бында тәү тапҡыр килеүе түгел, икмәк етештереүселәрҙең байтағы үткән айҙа вакцина яһатырға өлгөрҙө.
– Табиптар менән аралашыу, уларҙың препараттар тураһында аңлатмаларын, фекерҙәрен тыңлау быйыл һәйбәт традицияға әүерелде, - ти предприятиеның учредителе Игорь Матвеевич Прозоров. – Аңлатыу эшенең яҡшы ойошторолоуы һөҙөмтәһендә беҙҙә вакцинацияға ҡараш яҡшы. Әлбиттә, һәр фекерҙе тыңлайбыҙ, хөрмәт итәбеҙ, кәңәшләшәбеҙ. Былтыр яҙ айҙарында эшселәребеҙҙең бер-бер артлы ауырып китеүе арҡаһында производстволағы ҡатмарлыҡтар беҙҙе күп нимәгә өйрәтте.
Эйе, икмәк бешереү кеүек етди бурысты үҙ иңенә алған предприятие хеҙмәткәрҙәренә әлеге хәүефле эпидемия мәлендә һаулыҡты һаҡлау бик мөһим. Быны йөҙ кешелек коллектив ағзалары яҡшы аңлай, шуға күрә ойошҡан рәүештә вакцина яһатыуға берҙәм ҡушылдылар ҙа. Бөгөн 30 кеше “Спутник V” препаратын ҡаҙатты, 25-е уның икенсе компонентын алһа, бишеһе беренсе компонентын яһатты.
– Беҙҙең сауҙа нөктәләребеҙ ҙә бар, уларҙа эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҙә вакцина яһатыу яғында. Әле коллективыбыҙҙағы кешеләрҙең алтмыш проценты прививка яһатты. Мин, етәксе булараҡ, күсмә бригадалар ойоштороу эшенән ҡәнәғәтмен. Уңайлы һәм тиҙ. Хеҙмәткәрҙәребеҙ иҫән-һау булһа, магазин кәштәләренән ҡабарып бешкән тәмле, туҡлыҡлы икмәк һәм булка изделиелары өҙөлмәҫ. Сәләмәтлектән дә ҡиммәтерәк хазина булмауын аңланыҡ бит инде, әлегә вирустан һаҡланыу сараһы бер генә – вакцинация,– тине Игорь Матвеевич.
Тағы ла шуныһы: предприятие етәкселәре вакцина яһатыуҙа үҙҙәре алда йөрөй, һәр йәһәттән хеҙмәткәрҙәргә өлгө күрһәтә.
Фото: vsluh.ru