Сәләмәт булайыҡ
21 Июль 2021, 11:00

“Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һаулығы беҙҙең өсөн мөһим”

Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәренең 65 проценты коронавирус инфекцияһынан  прививкаланған.

“Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һаулығы беҙҙең өсөн мөһим”“Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һаулығы беҙҙең өсөн мөһим”
“Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең һаулығы беҙҙең өсөн мөһим”

Һаҡлыҡ банкы хеҙмәткәрҙәренең  65 проценты коронавирус инфекцияһынан  прививкаланған.  Тотош коллективтарҙы сирҙән һаҡлау, эшмәкәрлекте тыныс шарттарҙа  дауам итеү өсөн  вакцинация ярҙамға килә.  Быны халыҡ менән тығыҙ аралашҡан банк  хеҙмәткәрҙәре яҡшы аңлай.

Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы вазифаһын башҡарыусы Азамат Сәлихов  хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеген хәстәрләүҙе төп бурыстары тип иҫәпләй. “Тәү сиратта беҙ офистарҙа халыҡ менән  күҙгә-күҙ ҡарашып эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе вакцинацияларға булдыҡ. Аҙна һайын прививкалау процесын банк бүлексәләрендә ойошторабыҙ, был барыбыҙ өсөн дә уңайлы,” - тине етәксе.

Һаҡлыҡ банкы клиенттарҙың һәм коллектив ағзаларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бөтә тейешле сараларҙы күрә. Хеҙмәткәрҙәр бары һаҡланыу сараларында ғына клиенттарҙы хеҙмәтләндерә. Залдар даими рәүештә эшкәртелә, елләтелә. Банкка килеүселәрҙең үҙҙәренән дә күп нәмә тора, битлектәрҙә йөрөү, дистанция тотоу әлегә мотлаҡ ғәмәлдәр һанала.

 

Фото:gazetateploe.ru

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас