Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Ковид мәкерлерәк була бара...

Һуңғы тәүлектә йәнә алты кешенең ғүмерен ҡыйҙы был үлемесле вирус. Сир ҡорбандары хәҙер 706 кеше тәшкил итә.

Ковид мәкерлерәк була бара...

Коронавирус сире республикала таралыуын дауам итә. Һуңғы тәүлектә йәнә алты кешенең ғүмерен ҡыйҙы был үлемесле вирус. Сир ҡорбандары хәҙер 706 кеше тәшкил итә.

Һуңғы тәүлектә ауырыуҙы йоҡторғандар 247-гә артып, бөтәһе 45 718-гә етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, тәүлек эсендә 160 пациент һауыҡҡан. Әлеге мәлдә 623 ауырыу – дауаханаларҙа, 2 281 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. 132 пациентҡа пневмония диагнозы ҡуйылған. 65 ауырыуҙың ауыр хәлдә булыуы, туғыҙының үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылыуы билдәле.

Һуңғы тәүлектә сирҙе йоҡторғандарҙың күбеһе Өфөлә (86 осраҡ), Октябрьский ҡалаһында (25), Иглин районында (15), Күмертау ҡалаһында (15) теркәлгән.

Мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, вакцинаның тәүге компоненты менән 833 295 кеше прививкаланған. Икенсеһен 513 415  кеше алған.

Фото: ”Горобзор”.

 

Автор:Дина Арсланова