

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы тәүлектә республикала ковидты йоҡторғандар 248-гә артып, бөтәһе 45 966 тәшкил иткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы алты ауырыуҙың ғүмере өҙөлгән. Вирус ҡорбандары 712-гә етте.
Әле 629 пациент дауаханаларҙа, 2241 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана. 61 кеше ауыр хәлдә, һигеҙе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Тәүлек эсендә 276 ауырыу һауыҡҡан.
Һуңғы тәүлектә сир таралыу осраҡтарының күбеһе Өфөлә (59), Октябрьский (30), Нефтекама (17) ҡалаларында һәм Әлшәй районында (14) теркәлгән.
Республиканың хеҙмәт коллективтарында вакцинация берҙәм бара. Башҡортостанда вакцинаның тәүге компонентын – 844 531, икенсе компонентын 531 143 кеше яһатҡан.
Фото: osnmedia.ru