Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Баш ауыртһа...

Ошо ябай ғына алымды ҡулланып ҡарағыҙ...

Баш ауыртһа...

Юғары ҡан баҫымынан һәм баш ауыртыуҙан ябай, әммә һөҙөмтәле дауа тәҡдим итәбеҙ.

Бының өсөн һеҙгә 60-70 градусҡаса йылытылған 250 мл һыу, ике балғалаҡ тоҙ, киң марля кәрәк.

Тоҙҙо һыуҙа иретһәк, 8 процентлы ҡатнашма килеп сыға. Ул бер аҙ һыуынғас, марляны һигеҙ ҡат итеп алып (оҙонлоғо баш әйләнәһенә етерлек, ә киңлеге маңлайҙы ҡапларлыҡ булһын), ошо ҡатнашмаға манып, һыуын бер аҙ һығабыҙ ҙа шуны алдан йылы һыу менән йыуылған маңлайға һалабыҙ. Өҫтөнән ситса таҫтамал йәки сепрәк менән нығытабыҙ. Бынан һуң ауыртыу бөткәнгә тиклем ятып торорға кәрәк.

Был ябай ғына ысул ҡан баҫымын нормалләштерә, баш ауыртыуын баҫа.

Фото:sosud-ok.ru

Автор:Аклима Гизатуллина