Сәләмәт булайыҡ
22 Июль 2021, 09:30

Тотош коллектив менән – вакцина яһатырға!

"Әгәр күпселек хеҙмәткәрҙәребеҙ прививка яһатһа, сирҙе йоҡтороу хәүефе кәмейәсәк," - ти етәксе.

Тотош коллектив менән – вакцина яһатырға!Тотош коллектив менән – вакцина яһатырға!
Тотош коллектив менән – вакцина яһатырға!

Республикала предприятие хеҙмәткәрҙәрен вакцинациялау берҙәм дауам итә. Бөгөн бер нисә компания табиптар бригадаһын ҡабул итеүҙе ойошторҙо. Хеҙмәткәрҙәрҙе эш урынында вакцинацияланылар, препараттың икенсе компонентын алғандарға сертификат тапшырылды.

Тәүҙә пациенттың дөйөм  торошо тикшерелә, аҙаҡ вакцина яһала.  21-се икмәк заводы хеҙмәткәрҙәре дәррәү энә ҡаҙатырға килгән. Предприятие хеҙмәткәре Эдуард Вәлиев әйтеүенсә,  оҙаҡламай  күптәр йәйге ялға  китәсәк, шуға күрә прививка яһатырға теләгәндәр һаны артҡан. Бөгөн утыҙ кеше вакцина яһатҡан. Компанияла эшләгән ике йөҙҙән ашыу хеҙмәткәрҙең 60 проценттан ашыуы прививкаланған.

– Икмәк бешереүселәр өсөн вакцинация айырыуса мөһим, сөнки халыҡ менән күҙгә-күҙ осрашырға, аралашырға тура килә, - ти предприятие учредителе Игорь Прозоров.– Әгәр күпселек хеҙмәткәрҙәребеҙ прививкаланһа, сирҙе йоҡтороу хәүефе кәмейәсәк.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәре араһында ла вакцинация ойошҡан рәүештә бара. Хеҙмәткәрҙәрҙең 40 проценттан ашыуы прививка яһатырға өлгөргән. Учреждениеларҙа сирҙе иҫкәртеү саралары даими үткәрелә, һәр кабинетта рециркуляторҙар ҡуйылған, биләмәлә битлек режимы һаҡлана.

– Был етди ҡурҡыныс тыуҙырған инфекциянан ҡотолоу өсөн  саралар комплексы кәрәк. Санитария-гигиена талаптарын үтәүҙән тыш, вакцина яһатыу мөһим, – тип иҫәпләй “Новошкола” мәғариф үҙәге директоры Ирина Кейекбаева.

– Прививканы яҡшы үткәрҙем, бер ниндәй ауыртыу һиҙелмәне, – ти директор урынбаҫары Наталья Иванцова. Ул “Дәүләт хеҙмәттәре” аша иммунизацияға яҙылған.

Республиканың эре төҙөлөш ойошмалары ла вакцинация кампанияһына ҡушылды. Шуларҙың береһендә 60-тан ашыу эшсе  “Спутник V” препаратын яһатҡан.

Фото:BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас