Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар

Яңы мобиль үҙәк һеҙҙе көтә!

 Вакцина яһатығыҙ һәм шифаханаға юллама отоғоҙ!

Яңы мобиль үҙәк һеҙҙе көтә!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. 

Өфөләге “Торатау” конгресс-холы майҙанында Волга буйы федераль округында иң эре мобиль пункттарҙың береһе булған вакцинация пункты асылды.

Бында бер юлы 10 прививкалау бригадаһы ике сменала сәғәт 8-ҙән 20 сәғәткә тиклем эшләй. Көнөнә 1450-гә тиклем кеше ҡабул итә алабыҙ.    

Республикала вакцинация темпы насар түгел, көн һайын 20-25 мең кешегә прививка яһайбыҙ. Коллектив иммунитетҡа эйә булыу һәм ошо зәхмәттән ҡотолоу  өсөн  беҙгә тағы 1,2 миллион кешегә прививка яһатырға тейешбеҙ.       

Бөгөн Башҡортостанға өҫтәмә рәүештә тағы 95 400 доза вакцина килтерелде, һәм беҙ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән киләһе партиялар тураһында һөйләшеү алып барабыҙ. Бөтә ил әле коронавирус инфекцияһының “өсөнсө тулҡынын” кисерә, һәм эксперттар бер  туҡтауһыҙ бары вакцинацияның ғына яҡындарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлаясағын ҡабатлай.  

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!  

Яңы мобиль үҙәктә вакцина ҡаҙатҡандар 14 июлдән 28 авгусҡа тиклем республика шифаханаларына ике аҙналыҡ путевкалар отоуҙа ҡатнаша ала. Һәр кем үҙенсәлекле кодлы флаер аласаҡ,  уны “Здоровая Уфа” сайтында теркәтеү мотлаҡ. Приздар отошо “Вся Уфа” телеканалында тура эфирҙа өс этапта үткәреләсәк: 31 июлдә, 14 августа һәм 28 августа.  Һорауҙарығыҙ булһа , “Здоровая Уфа” сайтында белешегеҙ йәки ҡыҙыу линия телефонына шылтыратығыҙ: 8-800-550-02-40.


Фото: VK.com

 

Автор:Дина Арсланова