Сәләмәт булайыҡ
23 Июль 2021, 08:35

“Абруй”ын ҡайтарайыҡ...

depositphotos.comdepositphotos.com
Фото:depositphotos.com

Крыжовникты кем генә белмәй! Был тәмле һәм файҙалы емештең ботаҡтарындағы сәнскеләренә ҡаҙалмаған кеше юҡтыр. Шулай “уҫал” булыуына ҡарамаҫтан, уны күптәр баҡсаларында үҫтерә, емешенән ҡайнатма, джем, компот яһай.

Ул Көнбайыш Европанан һәм Төньяҡ Африканан килтерелгән. Беҙҙең илдә уны XI быуатта үҫтерә башлайҙар. Тәүҙә берсень-крыж тип атап йөрөткәндәр. Уны помещиктар күпләп үҫтерергә яратҡан, емештән сифатлы шарап һәм ҡайнатма яһағандар. Тик үткән быуат башында онло бәшмәк ауырыуы арҡаһында бөтә крыжовник плантациялары юҡҡа сыҡҡан. Селекционерҙар был сиргә ҡаршы торорлоҡ сорттар сығарыуға өлгәшһә лә, крыжовниктың “абруйы” ҡаҡшаған, уны аҙыраҡ үҫтерә һәм ҡуллана башлағандар. Уңған хужабикәләр бөгөн дә унан тәмле ҡайнатма, компот, джем эшләй.

Крыжовник емештәре сәләмәтлек өсөн файҙалы рутинға, С, В1, РР витаминдарына бай, унда пектин, күҙәнәкле туҡыма, дуплау матдә­ләре, микро- һәм макроэлементтар күп. Хатта ундағы тимер алмалағыға ҡарағанда байтаҡҡа күберәк. Өлгөргән емештәрҙә аскорбин кислотаһы, бешеп етмәгән емеш­тәрҙәге менән сағыштырғанда, ике тапҡырға артыҡ.

С витамины буйынса ҡара ҡарағаттан ғына бер аҙ ҡалыша. В һәм Р төркөмө витаминдары ҡан тамырҙары тиресәләрен нығыта, шуға күрә крыжовник – һәр кем өсөн бик файҙалы емеш. Ябығырға теләгәндәр өсөн дә тәмле аҙыҡ. Шуға күрә уны йыш ҡына диетаға ултырыусылар ҡуллана ла инде.

Халыҡ медицинаһында крыжовник ауыртыуҙы баҫыу, бәүел ҡыуҙырыу, эс йомшартыу өсөн файҙаланылған. Ашҡаҙан-эсәк сирҙәрен дауалау маҡсатында уның емешен генә түгел, ә тамыры ҡайнатмаһын да уңышлы ҡулланғандар. Емешендәге пектиндар организмдан ауыр металдарҙы, радионуклидтарҙы сығарыу һәләтенә эйә, ә кислотаһы матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Ашҡаҙан сей яраһынан яфаланғандарға крыжовник ашау тәҡдим ителмәй, шулай уҡ колит һәм энтероколит сирҙәре мәлендә уны ашауҙан тыйылып торорға кәрәк.

- Динә АРЫҪЛАНОВА. 

Читайте нас