

Ҡарбуз-ҡауын өлгөргән йәмле, емеш-еләккә бай осор башланды. Татлы ризыҡтарҙан ауыҙ итеп, организмыбыҙҙы кәрәкле витамин һәм микроэлементтарға байытып ҡалыу әмәле бар. Ҡауын – хуш еҫле, татлы көньяҡ ҡунағы. Уның ҡабығы ла, эске өлөшө лә, хатта орлоҡтары ла файҙалы һәм ашарға яраҡлы.
Күптәр уның йәшелсәме, емешме икәнен асыҡлай алмай аптырай. Дөрөҫө: ул – еләк! Диетик һәм шифалы үҫемлек булараҡ та, киң билдәле. Калорияһы түбән. Унда фолий кислотаһы, С витамины, бета-каротин күп.
Белеүебеҙсә, С витамины организмды ҡышҡы һалҡындарға бирешмәҫлек итеп әҙерләй, бета-каротин тире һәм сәстең торошон яҡшырта, иммунитетты нығыта. Уның кәйефте күтәреү, йоҡоһоҙлоҡтан, арыу-талсығыуҙан, ҡуҙғыусанлыҡтан арындырыу сифаты булыуы билдәле. Ҡауындың йомшағы микроэлементтарға бай, шифалы көскә эйә. Унда тупланған кремний тән туҡымалары, нервылар, тире һәм сәстәр торошо өсөн мөһим. Аҙ ҡанлылыҡтан яфаланған ауырыуҙар өсөн дә ҡауын файҙалы, сөнки унда тимер күп. Калий һәм магнийға бай булғас, уны йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланған ауырыуҙарға тәҡдим итергә була.
Ҡауындың файҙалы үҙенсәлектәре ҡатын-ҡыҙҙы һылыуыраҡ, сәләмәтерәк итеүен аңлағанһығыҙҙыр инде. Көслө зат элек-электән ҡауындың орлоҡтарын сәйнәргә ғәҙәтләнгән, айырыуса бал ҡушып. Тик бында ла сама кәрәк, көнөнә ике грамдан арттырырға ярамай, талаҡҡа зарар килтереүе ихтимал.
Шулай ҙа ҡауындың иң ҙур өҫтөнлөгө – унда күҙәнәкле туҡыманың мул булыуы. Хәҙерге заман медицинаһында еләкте организмды, эсәклекте таҙартыу өсөн уңышлы файҙаланалар. Епсәләре организмдан ағыулы матдәләрҙе сығарыу үҙенсәлегенә эйә. Был “санитарлыҡ” сифаты ҡайһы саҡта зыян килтереүе лә ихтимал.
Ҡасан уның сәләмәтлеккә зарар килтереүе мөмкин? Һөт аҙыҡтары һәм алкоголле эсемлектәр менән бергә ҡулланыу аҙыҡ эшкәртеү системаһын боҙа. Бала имеҙгән ҡатындарға ла ҡауын ашарға тәҡдим ителмәй, сөнки сабыйҙың эсе ауыртыуы ихтимал. Шулай уҡ табиптар шәкәр диабетынан, гастриттан, ашҡаҙан шешенән яфаланғандарға ҡауын ашарға тәҡдим итмәй. Ас ҡарынға ашауҙың да сәләмәтлеккә зыян килтереүе бар.
Киптерелгән ҡауын – көнсығыш халҡының яратып ашаған ризығы. Кипкән булһа ла, бөтә файҙалы матдәләре шул килеш ҡала. Уны һыуытҡыста туңдырып, өс ай буйы һаҡларға ла була.
- Динә АРЫҪЛАНОВА.