Сәләмәт булайыҡ
23 Июль 2021, 16:45

Баҡсаларҙа мобиль вакцинациялау пунктары эшләй

Прививка яһатырға теләгәндәргә алдан яҙылыу кәрәкмәй, ҡайҙа теркәлеү ҙә мөһим түгел.

Баҡсаларҙа мобиль вакцинациялау пунктары эшләйБаҡсаларҙа мобиль вакцинациялау пунктары эшләй
Баҡсаларҙа мобиль вакцинациялау пунктары эшләй

14 июлдән йәйҙәрен баҡсаларында уҙғарған Өфө граждандары өсөн мобиль вакцинация пункттары асылды.

Граждандарҙың күптәре баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә даими йәшәй. Бөгөнгө көндә баш ҡаланың Дим, Киров, Калинин, Орджоникидзе һәм Октябрь райондарында мобиль пункттар эшләй.

Старт Дим кордонынан башлана. Бында егерме баҡсасылыҡ ширҡәте иҫәпләнә, уларҙа һигеҙ мең тирәһе кеше йәшәй. Иртәнге сәғәт ундан киске һигеҙгә тиклем магазин эргәһендә урынлашҡан пунктта Дим районы дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы вакцинациялай. Аҡ халатлылар барыһын да ҡабул итә, ҡайҙа теркәлеү мөһим түгел. Шулай уҡ прививка яһатырға теләгәндәргә алдан яҙылыу ҙа кәрәкмәй, шәхесеңде раҫлаған документ ҡына талап ителә.

Әйткәндәй, вакцина эшләткәндәрҙе бүләктәр ҙә көтә.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас